Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 14 июнендә Рәсәйҙең төп digital эксперттары Өфөгә йыйылды: Башҡортостандың баш ҡалаһы Дәүләт Йыйылышында өсөнсө «Digital Ҡоролтайҙа» конференцияһын ҡабул итте. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында Туризмды үҫтереү үҙәге һәм R&R коммуникатив агентлығы.
Конференцияның спикерҙары булып Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров, «Эхо Москвы» радиостанцияһының баш мөхәррире урынбаҫары Максим Курников (Мәскәү), Sputnik агентлығының корпоратив бәйләнештәр буйынса директоры Петр Лидов (Мәскәү), Agenda media ойоштороусыһы Олег Бармин (Мәскәү), Валентин Васин (Һаҡлыҡ банкы, Мәскәү), политтехнолог Виталий Шкляров (Мәскәү), «АКАР Урал» директоры Алексей Парфун (Екатеринбург), «Комсомольская правда» нәшриәт йорто директоры урынбаҫары Роман Карманов (Мәскәү), «Суровый питерский SMM» һәм SOLD OUT конференцияһын ойоштороусылар Дмитрий Румянцев (Санкт-Петербург) һәм Наталья Франкель сығыш яһаны.