Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2019, 13:24

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәлде

14 июндә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан тәҡдим ителгән Хәбиров Радий Фәрит улын Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү тураһында документтар килде, тип хәбәр ителә республика Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында.

Ҡануниәткә ярашлы, кандидат документтарын үҙе тапшырҙы.


Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы белешмәһе:


Хәбиров Радий Фәрит улы, 1964 йылда тыуған, Өфө ҡалаһында йәшәй, юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Читайте нас: