Уның һүҙҙәренсә, ҡарар 15 июндә партияның төбәк бүлексәһенең сираттан тыш конференцияһында ҡабул ителде. Йәшерен тауыш биреүҙә ҡатнашҡан 21 делегаттың 16-һы Зөлфиә Ғайсина өсөн тауыш бирҙе. Уның дәғүәсеһе Камил Ғөбәйҙуллин өсөн иһә биш тауыш йыйылды.
«Беҙҙең яҡтан бөтә нормалар ҙа үтәлде. Конференцияға килгән төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле быны раҫланы», — тип һөйләне Альберт Хөсәйенов.
«Зөлфиә Ғайсина – беҙҙең кеше һәм беҙ уның менән ғорурлана алабыҙ. Ул — йәш, аҡыллы, дәртле, юғары әхлаҡи ҡиммәттәр яҡлы, Рәсәйҙең киләсәге – шундай ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында», — тип өҫтәне партияның Башҡортостан бүлексәһе лидеры.
Өҫтәп шуны әйтеп үтәйек: 39 йәшлек Зөлфиә Ғайсина Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы булараҡ яҡшы билдәле.