Ул Ҡаранай ауылында тыуып үҫә. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Банковка һәм Ямғырсы ауылдары мәктәптәрендә уҡыуын дауам итә. Һуғыш башланыу тураһында белгәндә уға ни бары 10 йәш була.
- Беҙҙә был көндө мәктәптә шәмбе өмәһе ине. Һуңынан бөтәбеҙҙе лә күптән түгел радио үткәрелгән үҙәккә килеүебеҙҙе һоранылар. Ниндәйҙер мөһим хәбәр була тинеләр, - тип һөйләй ветеран. - Кешеләр тауыш-тынһыҙ Молотовты тыңланы. «... Германия ғәскәрҙәре беҙҙең илгә һөжүм итте», тигән һүҙҙәр хәтеремдә ҡалған.
Атайымды август айында фронтҡа алдылар. Ул беҙҙең менән һаубуллашып, бөтәбеҙҙе лә ҡосаҡлап, арбаға ултырып, йыйылыу пунктына китте. Ни бары ике генә хат алдыҡ унан. Һуңғыһында беҙ уның төшөнә инеүебеҙҙе, һәм иртәгә уны разведкаға ебәреүҙәрен яҙғайны. Ул Ленинград эргәһендә һәләк була һәм туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Батырҙарса һәләк булды тигән хәбәрҙе беҙ декабрь айында алдыҡ. Беҙ түҙемһеҙләнеп йәйҙе көттөк, сөнки ашарға серегән картуфтан башҡа бер нимә лә юҡ ине. Өйҙә әсәй картуфтан аш бешереп, үҙе ас ҡалһа ла, беҙҙең тамаҡты туйҙыра ине. Ул фронт өсөн ойоҡбаштар бәйләне. Беҙ мәктәптән һуң колхоз быҙауҙарын ҡарарға йөрөй инек.
1945 йылдың йәйендә ауылға һалдаттар ҡайта башланы. Атаһы иҫән ҡайтҡан әхирәтем шул тиклем бәхетле ине. Ә миңә, атайым һәләк булғанға күрә, бик ҡыйын булды һәм мин мейес артында йәшенеп илай инем.
1949 йылда Йәмиләне Свердовск өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр. Ике йыл дауамында ҡот осҡос шарттарҙа ул торф сығарыуҙа эшләй. Шулай ҙа бирешмәй. Рухы нығынып, өлкәнәйеп ҡайта. 1951 йылда Ҡабыҡҡыуыш ауылы егете Абдрахман Собханғоловҡа тормошҡа сыға. Һәм шул ваҡыттан алып ул ошо ауылда йәшәй. Колхозда эшләй. Тәүҙә сөгөлдөр үҫтерә, быҙауҙар ҡарай, ә 1964 йылдан ул һауынсы булып эшләй. Тырыш, яуаплы, намыҫлы ҡатын биш йыллыҡ планды ваҡытынан алда арттырып үтәй, йыл һайын «Маяҡ» колхозының алдынғы һауынсыһы исеменә лайыҡ була. Ауыл Советы депутаты итеп һайлана. 1970 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн Йәмилә Абдулла ҡыҙын В.И.Лениндың 100 йыллығына ҡарата миҙалы менән бүләкләйҙәр, ә 1971 йылда - СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ул Ленин ордены менән бүләкләнә, БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Уны йыш ҡына мәктәптә сығыш яһарға саҡыралар һәм ул бер ваҡытта ла баш тартмай. Килеп уҡыусыларға үҙ тиҫтерҙәренең хеҙмәт батырлыҡтары тураһында һөйләй.
Йәмилә Абдулла ҡыҙы бөтә ғүмерен тиерлек хеҙмәткә бағышлай. Бөгөн - ул Ҡабыҡҡыуыш ауылының иң хөрмәтле кешеләренең береһе. Шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә уртаҡлашып, тормош иптәше менән 60 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул беҙҙең арала юҡ инде. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул йәштәрҙән ҡалырға тырышмай. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә, күршеләре һәм туғандарына лайыҡлы үрнәк күрһәтеп, улар менән татыу йәшәй.
Уның бала һәм үҫмер сағы ауыр йылдарға тура килә. Тормош ауырлыҡтарын һәм һынауҙарын етерлек кисереп, ул әлеге йәштәрҙе үҙҙәрен хөрмәт итеп йәшәүҙәрен, спиртлы эсемлектәр ҡулланмауҙарын, ғаиләләренең ҡәҙерен белеүҙәрен, балаларҙың тулы ғаиләләрҙә үҫеүен теләй. Сөнки ата-әсәһеҙ үҫкән балалар - бәхетһеҙ. Тыныс заманда улар етем булырға тейеш түгел. Һәм Йәмилә Абдулла ҡыҙы кеүектәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәктер, тип уйлайбыҙ.
2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең ижади төркөмө.
Фото Й.Собханғолованың ғаилә альбомынан.