Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2019, 18:47

Радий Хәбиров: “Бурысым – уңайлы шарттар булдырыу”

Республикала “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы” дауам итә.

Берәүҙәр үҙен сауҙа өлкәһендә таба, икенселәр ауыл хужалығында йәшелсә-емеш үҫтерә, иген игә, өсөнсөләр төҙөлөш менән мәшғүл... Бөгөн төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уңғандар тиҫтәләгән, йөҙләгән кешеләрҙе эшле итһә, үҙе йәшәгән төбәктәге тормошто йәнләндереүҙә, ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереүҙә лә уларҙың ярҙамы ҙур.


2018 йыл йомғаҡтары буйынса, республикала 500 меңгә яҡын кеше ошо тармаҡта мәшғүл. Был юҫыҡта Башҡортостан Волга буйы федераль округында – дүртенсе, Рәсәй төбәк­тәре араһында 12-се урынды биләй. “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы”н башлап ебәргән сарала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова төбәктә йүнселдәргә уңышлы эшләү өсөн ҙур мөмкинлек барлығын билдәләне. “Бизнесҡа ҡарашты үҙгәртергә кәрәк һәм беҙ быға тотондоҡ. Республикала милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең бурыс – эшҡыуарҙарға республика мәнфәғәте өсөн берләшеп, бер-береһенән өйрәнә алырҙай уңайлы мөхит булдырыу”, – тине.


Әйткәндәй, “Кесе һәм урта эш­ҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация”ның генераль директоры Александр Браверман Радий Хәбиров менән осрашыуҙа һуңғы биш-алты айҙа Башҡортостанда эшҡы­уарлыҡ йүнәлешендә һиҙелерлек ыңғай тенденция күҙәтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, 600-ҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 5,5 миллиард һумлыҡ ярҙам алған.

– Күрһәткестәр беҙҙе һөйөндөрә. Аҙаҡҡы бер нисә айҙа ыңғай динамика күҙәтәбеҙ. Был хәлде республика етәкселеге алмашыныу менән дә бәйләйбеҙ, – тигәйне Александр Браверман.


Баш ҡаланың Тыныслыҡ урамын­дағы 14-се йортта “Минең бизнес” тигән үҙәктең асылыуы, унда республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡатнашыуы, уның йүнселдәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе эшҡыуар­лыҡ аҙнаһының иң сағыу ваҡиғаһы ине. Заман йүнселдәре өсөн был йорт үтә уңайлы булмаҡсы. Эшҡыуарҙар күп функциялы үҙәктә 150-нән ашыу дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү һәм шулай уҡ “бер тәҙрә” принцибы буйынса ярҙам саралары менән файҙалана аласаҡ.


Ошонда уҡ “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг-үҙәге урынлашҡан. Уның маҡсаты – төрлө кимәлдәге белемле эшҡыуарҙарҙы берләштереү. Уларға ваҡытты, ҡуртымға бина өсөн аҡса сарыф итмәүгә харап уңайлы буласаҡ. Йүнселдәр үҙәктә тәжрибәһе, идеялары менән уртаҡлаша аласаҡ. Йәштәр инновация ижады үҙәге, бизнес-акселератор, бизнес-инкубатор, технопорт, халыҡ кәсептәре үҙәге, һөнәрселәр эшмәкәрлеге, социаль эшҡыуарлыҡ, инжиниринг өсөн айырым бүлмәләр ҙә заман талабынан сығып булдырылған.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Минең бизнес”тың һәм коворкинг-үҙәктең эше менән танышты, бында үҙҙәренең проекты буйынса яңы эш башлаған йүнселдәр менән аралашты.


Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенең һәм муниципаль власть органда­рының бизнес менән эшләүе хаҡында һөйләне, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыуҙа министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, үҫеш институттары, финанс ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.


Радий Хәбиров белдереүенсә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ бөгөн – төбәк иҡтисадын билдәләгән төп фактор­ҙарҙың береһе.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән аныҡ үҫеш мәсьәләләре бар. Ҙур предприятиелар беҙҙән башҡа ла үҫешәсәк. Иң мөһиме – ҡама­сау­ла­майыҡ, уларҙың инвестиция программалары булһын, – тине төбәк Башлығы. – Беҙ республиканың иҡти­сади үҫе­шенә ҙур көс индергән кесе һәм урта эш­ҡыуарлыҡҡа ыңғай йоғонто яһай алабыҙ. Һеҙҙә республиканың киләсә­ген күрәм, һәм минең бурысым – эш­ләүгә уңайлы булһын өсөн ҙур көс һалыу.


Радий Фәрит улы киләсәккә ҙур өмөт бағлауын, бер-ике йылдан Башҡорт­остан кесе эшҡыуарлыҡ өсөн Клондайк буласағын һәм власть уңайлы мөхит тыуҙырырға тейешлеген белдерҙе.


Әлбиттә, бының өсөн әле үк маҡсат­лы эш алып барыла. Мәҫәлән, бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн инновация майҙансыҡтары эшләй башланы. Экспортҡа продукцияны һатыуға булышлыҡ итеүгә тейешле рөхсәт документтарын алыу һәм теркәү өсөн киң ярҙам булдырылған. Даими үткәрелгән “Инвестиция сәғәттәре” – чиновниктар менән бизнес араһындағы мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеү өсөн ҡулайлы сараларҙың береһе.


Йыйын эшҡыуарҙар өсөн ҡыуаныс­лы яңылыҡтарға бай булды. Радий Хәбировтың был йүнәлеште үҫтереү өсөн һәр районда эшҡыуарлыҡ буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһы булдырырға ҡушыуы – шуларҙың береһе.

– Уның эшҡыуарҙар берлегендә хөрмәте булырға тейеш, – тип билдә­ләне Радий Фәрит улы. – Ул муниципалитетта һеҙгә мәсьәләләрегеҙҙе хәл итергә ярҙам итергә бурыслы.


Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең төрлө күҙәтеүсе органдар тарафынан бихисап тикше­реү­ҙәргә дусар булыуы, әле ойош­ма­һын булдырып, табыш алырға ла өлгөр­мәгәндәргә штраф һалыуҙары, баҫым һәр кемгә мәғлүм. Күп дәүләттәрҙә тап ошо тармаҡ илдең иҡтисади нигеҙен, уңышын тәшкил итеүе сер түгел. Мәҫәлән, Американың Айова штатын алайыҡ. Уны хәҙер икенсе төрлө аҙыҡ-түлек етештереү буйынса донъяның баш ҡалаһы тип йөрөтәләр. Улар бөтә Рәсәй етештергән игенде үҫтерә. Унда ысын фермерҙар йәшәй, эште яҡшы ойошторғандар. Айовала фермерға кредит юллау өсөн бер нисә көн етһә, Рәсәйҙә кәрәкле ҡағыҙҙар юллап хатта айлап ваҡыт үтә әле. Илебеҙҙе көслө, иҡтисади ныҡлы, халыҡты эшле итеп күрергә теләһәк, был тармаҡтағы бәйһеҙлеккә күҙ йомоп ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Тап шуға ла ил етәксеһе Владимир Путин Дәүләт Йыйылышына сираттағы мөрәжәғәт­намәһендә эшҡы­уар­лыҡҡа тотонған­дарҙы иркен һәм инициативаһын сик­ләгән кәртәләрҙән ҡотҡарырға, намыҫлы бизнес менән шөғөллән­гәндәрҙе һәр төрлө баҫымдан азат итергә кәрәк тип белдерҙе. Ошо йәһәттән республика етәксеһенең йәнә бер яңылығын эшҡыуарҙар йылы ҡабул итте. Радий Фәрит улы даими эшләп килгән координацион совет ултырыштарында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты тикшереү эшен айына ике тапҡыр үҙе ҡараясағын еткерҙе.

– Күҙәтеү органдарының эшмә­кәрлеге бизнесты тотҡарлыҡлауға әйләнергә тейеш түгел, – тине ул.


Әйткәндәй, былтыр йыл аҙағында дәүләт етәксеһе 2019 - 2020 йылдарҙа кесе һәм шәхси эшҡыуарлыҡты планлы тикшереүҙәрҙе сикләгән законға ҡул ҡуйҙы.


“Минең бизнес”тың төп офисы “Торатау” конгресс-холл базаһында 1 августан эшләй башлаясаҡ. Белгестәр эшҡыуарҙар менән берлектә һәр проектты тормошҡа ашырыу өсөн комплекслы саралар билдәләйәсәк.


Фәһемле яңылыҡтарға бай, тәжрибә туплау, аралашыу майҙансығына әүерелгән “Эшҡыуарҙар аҙнаһы” дауам итә. Бөгөн Күмертау ҡалаһында – “Дәүләт ярҙамы көнө”. Сара 31 майҙа “Өфө уттары”нда “Бизнес-форум” менән тамамланасаҡ.
Читайте нас в