Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 16:43

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өсөн 15 концепция килде

15 марттан 1 майға тиклем Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының иң яҡшы концепцияһына конкурс уҙғарылды. Теләгән һәр кем үҙенең тәҡдимдәрен, идеяларын, концептуаль фекерҙәрен индерә алды. Конкурсҡа 15 эш килде. Әле эксперт комиссияһы эштәрҙе баһалай. Һәр эш Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы проектының рәсми сайтында урын алған.

«Бәйге йомғаҡтары буйынса иң яҡшы концепция Стратегияның нигеҙе итеп алына. Йомғаҡлау проектын ҡыҙыҡлы тәҡдим авторҙарынан тупланған команда әҙерләй. Иң әүҙем эшләгәндәр V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп саҡырыла», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына проект етәксеһе Илдар Кинйәбулатов.

Конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы проектын әҙерләү барышында үткәрелде.

Белешмә. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы – 20-30 йылдан беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән, төп эш йүнәлештәрен һәм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын күрһәткән документ. Документтың финал проекты һуңынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына раҫлауға тәҡдим ителә, шулай уҡ уның яңы дәүләт программалары һәм башҡа документтарға нигеҙ булыуы ихтимал.

Читайте нас: