Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 10:52

Тормоштары үҙе бер тарих, күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ

Һәр ауылда уңған, өлгөлө ғаиләләр бар. Улар үҙҙәренең тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе, ауыл йәшәйеше менән янып-көйөүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уята. Әллә күпме ауырлыҡты үҙ иңдәренә һалып та, тамсы ла зарланмай, дәртләнеп, тормоштоң һәр көнөнә һөйөнөп йәшәй, маһирлығы ла бар уларҙа. Фиҙаҡәр йәнле, саҡматаштай ныҡлы холоҡло өлкән быуындың ғүмер көҙҙәрен матур әбей-бабай булып ҡаршылаған парҙарҙың йәшәү көсөнә һоҡланып бөтөрлөк түгел. Ошондай ғаиләләрҙең береһе ул - Шәкәр ауылында йәшәүсе Факиһа һәм Фирҙәүес Шәриповтар. 60 йылдан ашыу иңде-иңгә терәп донъя көткән гәүһәр пар ауылдаштары араһында иң хөрмәтле оло быуын вәкилдәре булып та иҫәпләнә.

62 йыл аҙ ғүмер түгел. Һирәктәр өлөшөнә төшә был бәхет. Шул йылдар эсендә оло быуындың иңенә күпме тарихи ваҡиғалар, замана һынауҙары ла төшкән. Әммә улар һынып ҡалмай, үҙҙәрендә йәшәү көсө табып, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән илде, тыуған ерҙәрен тергеҙеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Бына Факиһа Минһажетдин ҡыҙы менән Фирҙәүес Мөҙәрис улының да еңел булмаған яҙмыштары бер-береһенә терәк булырға, нисек тә булһа матур тормош көтөргә тигән теләктәре йәшәүгә дәрт, илһам биргәндер. Ә бит уларҙың икеһенең дә бала саҡтары еңелдән булмай.

Факиһа Минһажетдин ҡыҙы бик йәшләй атайһыҙ ҡала. Тәүҙә ғәзиз кешеһен сәйәси золом ҡорбаны тип төрмәгә ябалар. Ә һуңынан инде Бөйөк Ватан һуғышы ҡыҙ менән уның ике ағаһы һәм бер ҡустыһын - атайһыҙ, ә әсәһен тол ҡалдыра.

- Атайһыҙ үҫеү еңел булманы. Әсәй көнө-төнө эштә, ғаиләлә бер ҡыҙ булғас, бөтә йорт эштәре минең өҫтә. Ҡаҙанға буйым да етмәй ине әле, шунда аш бешерергә, икмәген дә һалырға өйрәндем. Әсәйем яңғыҙы дүрт баланы ҡарағас, етмәһә, уларҙың өсәүһе ир бала булғас, бик ҡаты булырға тырышты. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе һәр ваҡыт кешелекле, изгелекле, ғәҙел булығыҙ, тип тәрбиәләне. Атайһыҙ булыуҙың ауырлығын һәр саҡ тоя инек. Яҙын үлән үҫә башлау менән яланға кесерткән, балтырғанын йыйырға сығабыҙ. Хатта шунда ла тиҫтерҙәр, атайһыҙ, тип йәберләп, үҙҙәре менән бергә йыйҙыртмай торғайны, - тип хәтирәләргә бирелә Факиһа инәй.

Ә Фирҙәүес Мөҙәрис улы бөтөнләй ата-әсә һөйөүенән мәхрүм булып үҫә. Атаһы һуғыш яланында ятып ҡалһа, әсәһен шул йылдарҙағы ауырыу йыға. Малай олатай менән өләсәй ҡулында тәрбиәләнә. Үҫмер көйөнә бик иртә колхоз эштәренә егелә. Егет ҡорона инер-инмәҫтән үк ауыр эштәр башҡарырға ҡушалар үҙенә. Ауылда ирҙәр юҡ, ҡатын-ҡыҙ ҙа, бала-саға, эшкә йөрөмәй булмай, ашарға кәрәк, дегәнәк япрағына булһа ла он һалып алып ҡайта инек, тип иҫкә ала ғаилә башлығы.

- Бер беҙ генә түгел, бөтә ил шулай йәшәне, ни хәл итәһең инде. Беҙҙе нисек тә булһа йәшәргә тырышығыҙ, эштән ҡурмағыҙ, эшләгәндән берәү ҙә үлмәй, тип өйрәттеләр. Ашау булмаһа ла, рухи яҡтан ныҡ булыуыбыҙ бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә көс биргәндер, - ти Шәриповтар.

Йәштәрҙең бик иртә үҙ аллы тормош ҡорорға баҙнат итеүе лә бик ҡыйыу аҙымдары. Ғаиләләренә нигеҙ һалынғанда егеткә - 19, ҡыҙға 17 генә йәш була. Никах уҡытып күп тә йәшәп өлгәрмәйҙәр, Фирҙәүес Мөҙәрис улын Совет армияһы сафтарына алалар. Ул Алыҫ Көнсығыш яҡтарында хәрби бурысын намыҫ үтәй. Ҡайтыуына тәүге ҡыҙҙары йүгереп йөрөгән була.

Шәриповтар үҙҙәренең башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк хеҙмәт менән нығынып үҫкән быуын. Фирҙәүес Мөҙәрис улы бөтә ғүмерен колхозға бағышлай. Көндө-төнгә ялғай-ялғай оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләй, уның дөйөм хеҙмәт стажы ла 40 йылға яҡын. Кәрәк икән тракторсы, кәрәк икән комбайнсы - иңенә ниндәй генә эш йөкмәтелмәһен, һәр ҡайһыһын ҙур яуаплылыҡ менән, еренә еткереп башҡара. Факиһа Минһажетдин ҡыҙы ла фермала һауынсы, баҫыуҙа сөгөлдөр утаусы, мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләгәндә лә, хеҙмәттең ауырлығына ҡарамай, үҙ бурыстарын ҙур бер фиҙаҡәрлек, намыҫ менән башҡара.

Ғаилә бик тырышып донъя көтә. Үҙ ғүмерҙәрендә улар өс өй һалып сығалар. Тәүҙә баҙуш йорт, һуңынан Үрге Шәкәрҙә бәләкәйерәк йорт һәм 80-се йылдарҙа ҙур йорт һалына. Бөгөн дә Шәриповтарҙың донъяһы хужа менән хужабикәнең ҡулдарының йылыһын алып, балҡып, йылмайып торған кеүек. Йорт эсендәге, ихата-баҡсалағы бөхтәлек ике уңғандың бергә тура килеп, шулай йылы мөхит булдыра алыуының сағылышы. Ауыл кешеләре хатта, ай-һай, йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай донъя көтәләр ҙә инде, тип шаярталар улар хаҡында. Фирҙәүес Мөҙәрис улы һикһәнде артылып, Факиһа Минһажетдин ҡыҙы һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫырға торғанда ла бер ҙә ҡартайылды тип бошоноп ултыра торғандарҙан түгел. Һаулыҡтары эре мал тоторға форсат бирмәһә лә, тәбиғәт йәнле ғаилә башлығы балыҡҡа йөрөргә, төрлө дарыу үләндәре йыйырға ярата, ҡулынан килгәнсә умарта тота, ҡуян аҫрай. Хәләлен машинаһына ултыртып, йәһәт кенә район үҙәгенә, йә күрше ауылдағы туғандарына ла алып барып килә. Хужабикә инде бөтә йорт эштәрен алып бара, яҡындарын тәмле-тәмле аштары менән һыйлап ҡыуандыра. Берәй ерҙә әҙ генә булһа ла буяуҙарҙың төҫө ҡайта башлаһа, балаларының ҡайтып эшләгәнен дә көтөп тормай, шунда уҡ яңыртып ҡуя һала. Яҙ етеү менән икәүләшеп баҡса эштәре менән мәшғүлдәр, бөтә йәшелсәһен, емеш-еләген үҙ баҡсаларынан йыйып алалар.

Гүзәл, Гөлбәҙәр, Хәсән, Зөлфиә, Филүс, Гөлнара - бер-бер артлы донъяға килгән алты бала - алты яҙмыш. Тәрбиәнең нәҡ ғаиләнән башланыуын аңлаған Шәриповтар ҡыҙ һәм улдарының күркәм сифаттар алып үҫеүен теләп, аҡыллы, тәүфиҡлы, кешелекле булыуҙарына күп көс һала. Һәр береһенә белем бирергә, оло тормош юлына сығарырға, дөрөҫ юл күрһәтергә тырышалар. Уларҙың ышаныстарын аҡлай балалары. Хәҙер инде ғәзиздәре һәр береһе үҙ аллы донъя ҡороп, ата-әсәләре теләгәнсә, матур итеп йәшәп яталар. Факиһа һәм Фирҙәүес Шәриповтар бөгөн 12 ейән-ейәнсәренең, 10 бүлә-бүләсәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына шатланып ғүмер кисерә.

- Балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт, донъяларының теүәл булыуҙарына бик шатбыҙ. Ата-әсәгә ошонан да ҡиммәтерәк нимә бар һуң донъяла. Һәр ҡайһыһы күҙле-башлы, уңғандар, ихтирамлылар, хәстәрлеклеләр, кешелеклелек сифаттарын алғандар, донъя көтөргә тырышып яталар. Кейәү, килендәребеҙ ҙә бик һәйбәттәр. Хоҙай уларға именлектәр биреп, иҫән-һау ғына йөрөһөндәр инде, тип теләктәребеҙҙе теләп торабыҙ, - тиҙәр Факиһа менән Фирҙәүес Шәриповтар.

- Әсәйебеҙ менән атайыбыҙҙың тырышлығына, хәстәрлегенә, тормошҡа бер ваҡытта ла зарланмауҙарына, сабыр булыуҙарына, һәр беребеҙгә күңел йылыһын бүлеүҙәренә һоҡланабыҙ. Улар һәр ваҡыт беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, беҙҙең шатлыҡтарға, уңыштарға ихлас ҡыуана, кәрәк саҡта фәһемле кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Алты баланы аяҡҡа баҫтырыу ҙа еңел булмағандыр, хәҙер үҙебеҙ атай-әсәй булғас яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә уларға бик рәхмәтлебеҙ. Иҫәнлектәрен генә биреп, беҙҙе ҡыуандырып оҙаҡ йәшәйһендәр әле, - тиҙәр Шәриповтарҙың балалары.

Ләйсән ДИНИСЛАМОВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: