Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 12:18

60 һәм 50 йыл бергә йәшәгән ғаиләләр Ҡарағош ауылының ғорурлығы

Ҡарағош ауылы халҡы был кисәне йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа һөйләнгән, кешеләргә йәшәү көсө биргән мәңге йәш, көслө тойғо - мөхәббәткә бағышланы. Тирә-яғыбыҙға күҙ һалайыҡ әле! Ауылдарыбыҙҙа мөхәббәткә тоғро булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр бик күп. Матур донъя көтөү, татыу ғаилә ҡороу, тәүфиҡлы балалар үҫтереү - был бит мөхәббәт емеше.Күптән түгел Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортонда ошондай ғаиләләргә һәм район театр фестиваленә бағышланған матур сара үтте.

Ҡарағош ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп. Быйыл Ҡарағошта биш ғаилә юбилейҙарын ҡаршылай. Миңлегөл Әмирйән ҡыҙы һәм Хәлит Хәйбулла улы Шаматовтар, Ғәзимә Миңләхмәт ҡыҙы һәм Минрахман Хәйбрахман улы Мортазиндар, Нәзирә Таһир ҡыҙы һәм Сәйетғәли Ҡорбан улы Туҡтаровтар 60 йыл бергә йәшәп, гәүһәр туйҙарын билдәләй. Ә Флүрә Исмәғил ҡыҙы менән Рәфҡәт Ғәлимулла улы Шаматовтар, Сафия Һаҙый ҡыҙы менән Минрахман Шакир улы Шаматовтар ҙа 50 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын ҡаршы алыусы парҙар.

Бер - береһен ихтирам иткән, һөйгән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе, үҙҙәренең гәүһәр, алтын юбилейҙарын билдәләүсе ғаиләләргә уҙған аҙнала ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, туғандары, балалары һәм ейәндәре хөрмәт күрһәтте.

Мөхәббәт - кеше хистәренең, моғайын, иң серлеһелер. Нишләп әле ҡапыл ғына икенсе кешегә тартыла башлайһың? Ни өсөн әле тап бына шул кешене күргең килә, күрмәйенсә түҙә алмайһың? Шул тиклем кеше араһынан бары тик берәү генә күңеле менән үҙенә тарта. Был ләззәтле, сихри хистәрҙе кем генә кисермәгән дә, кем генә был хистәр менән янмаған...

Миңлегөл һәм Хәлит Шаматовтарҙың икеһе лә Ҡарағош ауылында тыуып үҫә. Миңлегөл апай йәштән үк сабыр холоҡло, аҡыллы ҡыҙ була. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙҙы Хәлит ағай тиҙ оҡшата. Оҙаҡ уйлап тормай, 1958 йылдың 19 декабрендә йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Уларҙы һөйөндөрөп бер-бер артлы мөхәббәт емештәре - Алик, Гөлфиә һәм Айрат исемле балалары яҡты донъяға килә. Миңлегөл апай килен булып төшкәндән һуң колхозда һауынсы, ә һуңынан күп йылдар бухгалтер булып намыҫлы эшләп, лайыҡлы ялға сыға. Хәлит ағай ҙа бөтә ғүмерен тыуған колхозға бағышлай. Күп йылдар водитель булып эшләй. Улар балаларының шатлығына һөйөнөп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтерә, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы елдәре лә уларҙы ситләп үтмәй. Улдары Алик вафат була. Бөгөнгө көндә уларҙың биш ейәне, алты бүләһе бар. Хәҙер инде балалары үҙҙәре лә өләсәй-олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә.

Ғүмер итеү - үргә менеү тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең - ышаныслы терәгең булыу ниндәй ҙә ауырлыҡты еңергә ярҙам итәлер ул.

Флүрә Исмәғил ҡыҙы менән Рәфҡәт Ғәлимулла улы Шаматовтар тап шундай парҙарҙың береһе. Улар ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп, бәхетле ғүмер кисерә. 1968 йылда Айҙарәле ауылының сибәр ҡыҙын Ҡарағош ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Уңған, аҡыллы, эшһөйәр ҡыҙҙы Рәфҡәт ағай бер күреүҙән: «Был ҡыҙ минең ғүмерлек юлдашым буласаҡ», тип уйлай. Артабан йәштәр араһында мөхәббәт хисе уяна. Йыһанды аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төргән ҡыш айының ғинуар көнөндә Рәфҡәт ағай менән Флүрә апай ғаилә ҡороп, бер һуҡмаҡтан атлай башлай. Ғаилә ҡороп йәшәй башлағас яҙмыш елдәре йәштәрҙе Ҡаҙағстан яҡтарына алып китә. Бер-бер артлы уларҙың Эльвира, Резеда һәм Жанна исемле ҡыҙҙары тыуа. Сит ерҙәрҙә нисек кенә рәхәт булһа ла, тыуған тупраҡ үҙенә тарта. Шулай итеп Шаматовтар ғаиләһе тыуған яҡтарына - Ҡарағошҡа, тыуған нигеҙҙәренә ҡайтып төпләнә. Флүрә апай оҙаҡ йылдар колхозда бухгалтер булып эшләй. Ул йомшаҡ күңелле, тырыш, эшһөйәр апайҙарҙың береһе. Ә Рәфҡәт Ғәлимулла улы байтаҡ йылдар механик була. Ул изге күңелле, уңған, ихтирамға лайыҡ кеше. 1991 йылда фермер хужалығын асып, үҙ эштәрен башлайҙар. Бөгөнгө көндә уларҙың икеһе лә хаҡлы ялда. Ҡыҙҙарын яҡшы итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына сығаралар. Хәҙер инде алты ейәненә яратҡан олатай һәм өләсәй. Булғанына шөкөр итеп, бер-береһенә ҡарата мөхәббәт хистәрен һундермәй, бына шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ғүмерҙәренең алтын көҙөнә аяҡ баҫа улар. Тормоштарынан ҡәнәғәт булып йәшәйҙәр.

Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт, ышаныс кәрәк. Сафия һәм Минрахман Шаматовтар икеһе лә Ҡарағош ауылында тыуып үҫә. Улар бер үк ауылдың һыуын эсеп, һауаһын һулап, бала саҡ һәм йәшлек йылдарын уҙҙыра. Йәштән үк сабыр холоҡло, аҡыллы ҡыҙҙы Минрахман ағай тиҙ оҡшата һәм улар 1961 йылдың май айында гөрләтеп туй үткәрәләр. Минрахман Шакир улы бөтә ғүмерен тыуған колхозға бағышлай. Күп йылдар алдынғы механизатор булып эшләй, уның тырыш хеҙмәте тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Сафия апай ҙа байтаҡ йылдар колхозда төрлө эштәр башҡарып, һынатмайынса лайыҡлы ялға сыға. Тормош гел генә еңел бармай, шулай ҙа улар бер-береһенә терәк булып йәшәй. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына баҫтыралар. Өлкән улдары Шәрифйән тормош иптәше Илгизә менән Ҡарағошта ғүмер итә. Үҙҙәре лә ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, улдары Илназдың ҡыҙына өләсәй-олатай булғандар. Уртансы улдары Илгиз ҡатыны Светлана менән Өфөлә йәшәй, өс бала тәрбиәләйҙәр. Бәләкәй ҡыҙҙары Гөлназ - уларҙың һөйөнөсө, ул инде үҙе лә хәҙер ике бала тәрбиәләй.

Юбилярҙарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Роберт Туҡтаров ихлас күңелдән ҡотлап, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән бүләктәр тапшырҙы. Уларҙың ғүмере - йәш быуынға лайыҡлы үрнәк, тип билдәләне ул һәм ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, яҡындарының һөйөүендә йәшәүҙәрен теләне. Уның ҡотлауҙарына юбилярҙарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре, туғандары ҡушылды. Ә үҙешмәкәр артистар Рәйлә Дәүләтшина, Наил Мортазин, Зөлфирә Хәсәнова, Айһылыу һәм Радмир Кирәевтар, Әнүәр Ғиниәтуллин уларға музыкаль бүләк яһаны.

Юбилярҙарҙың яҡындары ла бик талантлы булып сыҡты. Мәҫәлән, Миңлегөл һәм Хәлит Шаматовтарҙың улы Айрат тальян гармунда уйнап, йыр башҡарҙы, Флүрә һәм Рәфҡәт Шаматовтарҙың ҡыҙы Жанна ата-әсәһен шулай уҡ моңло йыр менән ҡотланы. Әммә Сафия һәм Минрахман Шаматовтарҙың ейәне Артур барыһын да хайран ҡалдырҙы. Ҡурайҙа уйнап, дәртле йыр башҡарып, ул тамашасыларҙың йөрәген әсир итте һәм уны көслө алҡыштарға күмде.

Китапханасы Гөлнара Фәхретдинова әҙерләгән һәм алып барған кисә бына шулай ихлас һәм тулҡынландырғыс үтте. Был сара йәнәшәбеҙҙә ниндәй лайыҡлы, матур парҙар йәшәүен, тормошта ғаиләнән дә мөһимерәк һәм ҡәҙерлерәк бер нимә лә булмауын тағы бер тапҡыр күрһәтте.

Сараның икенсе өлөшөн ойоштороусылар район театр конкурсына бағышланы, бында тамашасылар һәм жюри иғтибарына скетч, йыр һәм бейеүҙәр тәҡдим иттелләр. Беренсе бүлектә ҡатнашҡан үҙешмәкәр артистарҙан тыш, Эльвира Йомадилова, Альбина Рахманғолова, Рузиль Кирәев, Гөлнара һәм Эльнара Әсфәндийәровалар һәм «Еҙ үксә» бейеү коллективы йыйылыусыларҙың күңелен асты һәм концерт номерҙары бүләк итте.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: