Республика башҡарма власть органдарына һәм урындағы үҙидара органдарға, ойошмаларға янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса түбәндәге саралар комплексын бойомға ашырыу йөкмәтелде:
- муниципаль берәмек территорияһында патруль, патруль-маневр, маневр төркөмдәрҙең контроллеген тәьмин итеү, шулай уҡ ҡоро үлән яндырыу урындарын асыҡлау маҡсатында ауылдар һәм тирә-яҡ территорияларҙы тәүлек әйләнәһенә контроллек итеүҙе ойоштороу, торлаҡ фондында профилактик саралар үткәреүҙе әүҙемләштереү;
- халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү зарурлығын еткереү һәм балаларҙың өлкәндәрҙең ҡарауынан тыш ҡалыуҙарын сикләү маҡсатында барлыҡ ауылдарҙа граждандарҙың йыйындарын үткәреүҙе ойоштороу;
- ауыл биләмәләре территорияларында, предприятиеларҙа усаҡ яғыуҙарҙы, билдәле участкаларҙа янғын йәһәтенән хәүефле эштәр үткәреүҙе тыйыу;
- янғындарҙы һүндереү өсөн һыу ташыу һәм ер ҡаҙыу техникаһын әҙерләү;
- урман менән сиктәш объекттарҙа янғындан һаҡлаусы минералләштерелгән һыҙаттарҙы булдырыу, ҡоро үҫемлектәрҙе юҡ итеү (йыйыу), янғындар мәлендә уттың таралыуын иҫкәртеү.
Бойороҡта был йәһәттән Урман хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Мәғариф министрлыҡтарына аныҡ эштәр ҡушылды.