Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 10:56

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер

Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына ғүмер бирә лә, шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына түгел, ҡайғы-хәсрәт тә өләшә, һынауҙар һәм уларҙы еңеп сығырлыҡ көс тә бирә. Уларҙы һәр кем дә лайыҡлы еңеп сыға алмай, кемдер - ныҡлы рухлы була һәм Аллаһы Тәғәләгә ышанысын юғалтмай, икенселәре - һынауҙар алдында баҙып ҡала һәм төшөнкөлөккә бирелә, башҡалары бер юлдан бара ла бара, уларға шулай еңелерәктер, моғайын. Әммә, һәр ваҡыттағыса йәш быуынға ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, кешелеклек һәм сабырлыҡ кеүек яҡшы сифаттар тураһында һөйләрлек михнәттәргә тулы тормош кисергәндәрҙе ихлас күңелдән хөрмәт итәләр. Һүҙ ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһында барһа икеләтә...

Инде өс көн комала ятҡан ҡыҙ аңына килеү менән «Был бала терелә торған түгел, ғәрип булып йәшәгәнсе үлеп кенә китһә ярар ине», тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, «Әллә минең турала һөйләйҙәр инде», тип уйлап ҡуя һәм яңынан упҡынға төшөп китә. Шулай ятҡанына бер аҙна тигәндә, ниһайәт, Фәриҙә аңына килеп, күҙҙәрен аса. Тәүҙә нисек фажиғәғә тарыуы һәм йоҡо аралаш ишетелгән һүҙҙәр иҫенә төшөп, йөрәген өтөп үтә. Эргәһенә килеп баҫҡан табиптан саҡ-саҡ ирендәрен ҡуҙғатып: «Дөрөҫөн әйтегеҙ, хәлем бик насармы?» - тип киҫкен һорап ҡуя. Ҡыҙҙың аңына килгәненә бер аҙ ышанмай ҙа торған табип: «Тора-бара үҙеңде ҡарарлыҡ хәлгә килерһең, әммә эшең тураһында оноторға тура киләсәк», - тип тура яуаплай.

Уның урынына әгәр берәй йомшағыраҡ күңелле кеше булһа, ошо әсе һүҙҙәрҙән һығылып та төшөр ине, бәлки. Әммә Фәриҙәнең холҡо йомшаҡ түгел: ул тормошто ярата, алдына ҡуйған маҡсаты бар, ниһайәт, яратҡан кешеһе көтә. Эйе, был һүҙҙәрҙә Фәриҙәнең булмашы, холҡоноң асылы.

Өс ай дауаханала ятҡандан һуң оло йәштәге табип Фәриҙә менән хушлашҡанда: «Спорт менән шөғөлләнеүең арҡаһында үлем тырнағынан, ғәриплектән ҡотола алдың. Хоҙай һиңә йәнә ғүмер бирҙе. Әммә уҡытыусы булып эшләй алмаҫһың, тыныслыҡ кәрәгер», - тип оҙатып ҡала. Юҡ шул, тыныс тормошҡа өйрәнмәгән Мансур бабай менән Хәнифә әбейҙең оло ҡыҙҙары. Ул бала саҡтан атаһы эргәһендә «малайҙарса шәп», әсәһе эргәһендә ҡыҙҙарса уңған, ярҙамсыл, ҡусты-һеңлеләренә ҡайғыртыусан һәм шул уҡ ваҡытта талапсан апай була белеп үҫте. Ул балалар ярата. Хыялы уҡытыусы булыу. Спорт менән етди шөғөлләнә. Әммә мәктәпте тамамлаған йылда педагогия институтына документтар тапшырып өлгөрмәй, шунлыҡтан бер төркөм әхирәттәренә эйәреп, агроном һөнәрен үҙләштерер өсөн 1958 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға китә. Йәш ҡыҙ бында ла һынатмай: бик тырышып уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Техникумдың йыйылма командаһы составында республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө ҡалаларында саңғы ярыштарында ҡатнашып, беренсе урындар яулай, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә... һәм күрше егеткә, Алыҫ көнсығышта армия сафтарында хеҙмәт бурысын үтәүсе Фәриткә, йылылыҡ менән һуғарылған хаттарын ебәреп тора.

Фәрит менән Фәриҙә тарихы

1938 йылда Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында Ғиззәтбаныу менән Шәрифулла Ибраһимовтар ғаиләһендә ап-аҡ йөҙлө, сая малай донъяға килә. Ә тап бер йылдан, 1939 йылдың 26 апрелендә ситән аша ғына торған Хәнифә менән Мансур Рысаевтарға Аллаһы Тәғәлә сөм ҡара сәсле, түңәрәк ап-аҡ йөҙлө ҡыҙ бала бүләк итә. Уларҙың исемдәрен дә тура килтереп Фәрит-Фәриҙә тип ҡушалар. Фәрит бик шаян, йор һүҙле, үткер егет булып үҫә. Ә Фәриҙә асыҡ күңелле, уңған, тиктормаҫ ҡыҙ булып буй еткерә. Мәктәп йылдарында бер класта белем алып, шаярып, уйлап-көлөп, бәлки бер-береһенә артыҡ иғтибар ҙа итмәйенсә йөрөгән ҡыҙ менән егетте әлегә Дыуан менән Владивосток араһында дуҫлыҡ хаттары ғына бәйләйҙер. Аң-белемгә ынтылған егет увольнениеға сыҡҡан арала Владивосток ҡалаһының ауыл хужалығы институтына имтихан тапшырып, зоотехния факультетында хеҙмәте менән бер рәттән ғилем серҙәрен өйрәнә башлай. Берҙән-бер көндө сит-ят ерҙәрҙә, үҙ тиңен эҙләп йөрөгән ике йәш йөрәк: инде ир ҡорона ингән, урта буйлы, һөйкөмлө, татлы һүҙҙәре менән ҡыҙҙарҙың йөрәгенә үтә белеүсе Фәрит һәм тағы ла сибәрләнә төшкән, ҡара бөҙрә сәсле ут сәсеп торған Фәриҙә каникулға ҡайталар. Ошо осрашыуҙан улар бер-береһенә, мәңге айырылышмаҫлыҡ итеп ғашиҡ була. Шул йылдың көҙөндә агроном дипломы алып ҡайтҡан ҡыҙ күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, педагогия институтына ситтән тороп уҡыу бүлегенә юллана һәм күрше Миәкә районы Сатый ауылы мәктәбенә эшкә урынлаша. Фәриҙәнең шатлығы эсенә һыймай, сөнки балалар менән эшләү өсөн ул үҙендә белем, көс-ҡеүәт, илһам тоя. Ә күңелендә урғылып сыҡҡан ижад шишмәһе мәңге һайыҡмаҫ төҫлө. Ә инде яратҡан кешеһенә һағынып яҙған хаттары был хистәрҙе тулы ҙур бәхеткә әүерелдерә! Тик тормош бер ваҡытта ла тигеҙ юлдан ғына бармай, һынауҙарын ҡуя тора. Шулай аҙна һайын ауылына ата-әсәһе янына ярҙамға ҡайтып йөрөгән ҡыҙ берҙән-бер көндө юл фажиғәһенә эләгә. Ул шул тиклем ҡаты йәрәхәт ала, хатта үлгән тип моргка алып китергә йыйынһалар, ҡапыл ыңғырашып ҡуя. Ахыры, был ҡыҙ иҫән тип, тиҙерәк дауаханаға оҙаталар. Фәриҙә аҙна буйы үлем менән көрәшә. Һәм еңә. Ул тормошҡа ғашиҡ кеше, көслө ихтыярлы, тура һүҙле, талапсан һәм ярҙамсыл. Бына ошо сифаттары уға тиҙ арала аяҡҡа баҫырға, тулы тормош менән йәшәп китергә ярҙам иткәндер.

1962 йылда Фәрит менән Фәриҙә өйләнешеп йәшәй башлайҙар. Фәрит ағайҙы, йәш белгес булараҡ, төрлө хужалыҡтарға эшкә ебәрәләр. Ә Фәриҙә апай иренә таяныс, терәк булып, үҙе лә ең һыҙғанып эшкә сума. Тиҙҙән йәш ғаиләне тулыландырып, бер-бер артлы ҡыҙҙары Лилиә менән Әлиә донъяға килә. Был ваҡытта инде тормош һынауҙарын үтеп, көс туплаған ғаилә «сит ерҙәрҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул» тигәндәй, тыуған ауылына ҡайтып урынлашалар. Билдәле инде, ир кеше ғаиләнән тыш бәхетен эштә, йәмғиәткә хеҙмәт итеүҙә таба. Тик Фәриҙә апай ҙа шул тиклем егәрле, уңған, тырыш, йәмғиәт эштәрен үҙ иңенә һалып, әйҙәүсе, алға өндәүсе, тартыусы ла була: Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәптең партия ойошмаһы секретары, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, өс тапҡыр ауыл һәм район Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә меңдән ашыу уҡыусыларына белем генә түгел, тормош асылын өйрәтеүсе остаз булды. Уҡыу-уҡытыу процесын ул тормоштоң үҙе ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә, фәһемле лә булырға тейеш икәнлеген һәр эше менән иҫбатлай ине Фәриҙә Мансур ҡыҙы. Ул бер ваҡытта ла иренеп эшләмәне: ваҡытын һәм көсөн ҡыҙғанмайынса комсомол, уҡыусылар комитеты ойошмаларын етәкләп, уларҙың ултырыштарында даими ҡатнашып, төрлө ҡыҙыҡлы һәм етди саралар үткәреүҙе балаларҙың инициативаһын хуплап, ярҙам итеп әйҙәләүсе остаз булды. Ә ойоштороу һәләтенә килгәндә, Фәриҙә апайға тиңдәр булмағандыр. Мәктәп эшенән тыш агитмасса эштәре, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә спектакль-концерттарҙа ҡатнашыу һәм башҡа мең төрлө ваҡ-төйәк эш. Уның эш дәүерендә һалған көсө тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, хеҙмәт ветераны, РФ Халыҡ мәғарифы отличнигы тигән исемдәр менән баһаланды. Ә уның өсөн иң ҡәҙерлеһе - уҡыусыларының бөгөн күрһәткән хөрмәте.

Ә ғаиләлә Фәриҙә апай ир хаҡын һаҡлай, яҡлай белеүсе ҡатын, балаларына аҡыллы әсәй. Ғөмүмән, ир менән ҡатын бәхетле булһын өсөн уларға рухи берҙәмлек, бер-береһен тулыландырыу, ҡеүәтләү, бер ҡараш, бер уй менән йәшәү кәрәк. Фәрит ағай менән Фәриҙә апай тап шундай булдылар: ғүмер буйына икеһе лә етәксе вазифаһында, халыҡ араһында, икеһе лә шиғырҙар яҙа, матур итеп йырлайҙар. Беҙҙең бергә үткәргән ғаилә байрамдарын үҙе бер ижад кисәһен хәтерләтә ине. Апайыбыҙҙың тағы бер мөһим сифаттарын әйтеп үтке килә: иренең туғандарын ололап, ярҙам итеп, кәңәш биреп йәшәне. Бесән сабыу, картуф ҡаҙыу кеүек ауыр эштәрҙә ул һәр ваҡыт ойоштороусы ла, әйҙәүсе лә.

«Кеше бөйөгөрәк булған һайын, ябай һәм кеселеклерәк була», тигән бөйөк яҙыусы. Бына шулай бөйөк тә, ябай ҙа, кеселекле лә булып кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы Фәриҙә апай. Эйе, ул үҙенә бүләк итеп бирелгән ғүмерҙе аҡланы, тиһәк яңылыш булмаҫ. Был әле лә һаман әүҙем, һаман дәртле, киң күңелле, тормошто, кешеләрҙе яратыуы менән тирә-яҡтағыларға оло үрнәк булып тора. Алты ейән-ейәнсәренә тере тарих, ҡыҙҙары-кейәүҙәренә - йылы усаҡ. Фәрит ағайыбыҙ ғына етмәй. Ләкин уның йыраҡтарҙа йөрөп, яҡында ғына, ситән аша ғына тапҡан ғүмер юлдашы әле булһа ағайыбыҙҙың да йылыһын һаҡлап, яҡындарына, ауылдаштарына, бөтөн кешелеккә бәхет, игелек, изгелек теләп, барыһын да ҡайғыртып, кәңәштәрен биреп яҡтылыҡ өләшеп йәшәй.

Резеда ФӘТТӘХОВА. Буҙат ауылы.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: