Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 11:03

Осрашыу һөҙөмтәле үтте

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров сираттағы «Инвестиция сәғәт»е үткәрҙе. Уның эшендә район хакимиәтенең хеҙмәттәр вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмә алдан бирелгән эштәрҙе үтәү тураһында отчет биреүҙән башланды. Артабан Айҙарәле ауылында йәшәүсе Илнур Дәүләтшин атаһы һәм олатаһы кеүек йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса пландары менән уртаҡлашты. Ул бала саҡтан уларға ярҙамлашҡан. Комиссия йәш егеттең инициативаһын хупланы һәм уға 100 гектар көтөүлек ере биреү тураһында мәсьәлә ыңғай хәл ителә. Шулай уҡ йылҡыларҙы аҫрау өсөн бина эҙләү тураһында мәсьәлә ҡарала. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров тейешле бүлектәргә Илнурға КФХ асҡанда, бизнес-план төҙөгәндә һәм «Яңы эш башлаусы фермерға ярҙам» республика программаһында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләгәндә ярҙам итергә ҡушты.

Мөхәмәтдәмин ауылынан Радмир Хәсәнов йыйылыусыларға этноауыл асыу тураһында проектын ентекле һүрәтләп бирҙе һәм уның өсөн Мөхәмәтдәмин ауылы эргәһендә ер участкаһы бүлеп биреүҙәрен һораны. Уның планында - этномәҙәниәт, этнотуризмды үҫтереү, атта йөрөү өсөн маршруттар төҙөү, территорияны төҙөкләндереү, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү. Бизнес-план төҙөгәндән һуң уның менән өҫтәмә осрашырға килешелде.

Проекттарҙың һәр ҡайһыһы буйынса ултырышта ҡатнашыусылар фекерҙәре менән уртаҡлаша, иҫкәртмә һәм тәҡдимдәр индерә алды. «Инвестиция сәғәт»ендә күрһәтелгән проекттар, улар әйтеүенсә буйынса, ҡыҙыҡлы һәм перспективалы.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА.. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: