Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2019, 10:51

Халыҡтың үҙенә лә әүҙемерәк булырға кәрәк

25 апрелдә Әмир ауыл мәҙәниәт йортонда район етәкселегенең халыҡ менән сираттағы осрашыуы булды. Унда Әмир, Хәлекәй, Аҡшишмә, Һарыйылға ауылдары ингән Хәлекәй ауыл билмәһе халҡы ҡатнашып, һорауҙар бирә һәм проблемаларын күтәрә алды.

Урындағы хакимиәт башлығы Ф.Ә.Баһауетдинов әйтеүенсә, 395 йортта (шуларҙың 65е буш тора) 868 кеше теркәлгән, шуларҙың 200е ауыл биләмәһенән ситтә йәшәй (эшләй, уҡый).

Йәштәрҙең булмауы уҡыусыларҙың иҫәбендә туранан-тура сағыла. Мәҫәлән, Хәлекәй башланғыс мәктәбендә барыһы биш, Әмир төп мәктәбендә - 85 уҡыусы белем ала. Ике ауылдың балалар баҡсаларына һигеҙәр бала йөрөй.

Яҡын киләсәккә лә фараздар йыуаныслы түгел, 2018 йылда 21, ағымдағы йыл башынан - ике кеше вафат булған, уҙған һәм ағымдағы йылдарҙа тыуыусылар юҡ.

Ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан урамдарҙы яҡтыртыу селтәрен һәйбәт торошта тотоу, ауылдар араһында юлдарҙы ремонтлау буйынса күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Хәлекәй ауылы урамдарының береһендә юл ҡатламына капиталь ремонт яһалған. Әмир ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ауыл халҡы үтенесе буйынса ағастар ултыртылған.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ысын эштәр» проекты һәм Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса мәҙәниәт учреждениеларында ҙур эш күләме башҡарылыуы тураһында мәғлүмәт район гәзитендә баҫылды.

Ағымдағы йылда проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү планлаштырылған. Изге традиция буйынса, унда ауыл биләмәһе халҡы ла ҡатнаша.

Артабан, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров йыйылыусыларға район ойошмалары, учреждениелары, хеҙмәттәре етәкселәрен таныштырып сыҡҡандан һуң, халыҡтың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреү мөмкинлеге булды. Уларҙың береһе - Хәлекәй ауылына ингән ерҙә (шишмәнең ҡаршыһында) барьер ихата ҡуйыу, икенсеһе - Хәлекәй-Әмир юл участкаһына асфальт түшәү.

- Был мәсьәләләр республиканың Юл хеҙмәте идаралығы ҡарамағында, һеҙҙең үтенестәр рәсми хат менән уның етәкселегенә тапшырыласаҡ, - тип яуап бирҙе юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы М.Ғ.Ноғоманов.

Һорауҙар үҙәк район дауаханаһының баш табибы И.И.Яппаровҡа ла булды, атап әйткәндә, улар дауаханаға һалыуға бәйле булды.

- Стационар шарттарҙа дауалау сирленең теләге буйынса түгел, ә күрһәткестәргә ҡарап хәл ителә. Табип пациенттың сәләмәт торошо буйынса уға стационар бүлегенедә йәки амбулатор шарттарҙа дауаланыу кәрәк булыуын билдәләй, - тип яуап бирҙе Илшат Иншар улы.

Артабан ул районда һаулыҡ һаҡлау торошо, онкологик сирҙәр, ВИЧ-инфекция, туберкулез кеүек проблемалар тураһында һөйләне. Табиптар ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, әммә халыҡ сәләмәтлеге тураһында үҙе хәстәрлек күрергә, ваҡытында диспансерлаштырыу, флюорография һәм башҡа тикшеренеүҙәр үтергә тейеш, тип билдәләне ул. Сирләгән осраҡта, оҙаҡҡа һуҙмайынса, табипҡа мөрәжәғәт итергә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк. Тағы бер мөһим проблема - ҡайһы бер кешеләрҙең суррогат алкоголь һатыу менән шөғөлләнеүе. Уның менән ағыуланыу факттары бик күп. Ошоға бәйле, И.И.Яппаров халыҡты ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергә көрәшергә, сауҙа итеүселәрҙе белеп, уларға йоғонто яһарға саҡырҙы. Берәҙәк эттәр. Был бөтә ауылдарҙа ла проблема булып тора. Һәм бында ла ул күтәрелде. Баш ветеринар табип А.Р.Әхмәров хәл-торошто аңлатты.

- Бүздәк районынан тендер еңгән ойошма ошондай эттәрҙе атыу менән шөғөлләнә. Күптән түгел бригада районда эшләне, тағы саҡыртырға тура киләсәк, - тине ул. Артабан Азат Рәхимйән улы район ветеринар хеҙмәте тарафынан малдарҙы биркалау һәм вакцинациялау тураһында башҡарылған эш тураһында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужалар малдарын вакцинациялауға рөхсәт бирмәгән осраҡтар ҙа бар. Ә бының арҡаһында бешмә, бруцеллез кеүек хәүефле сирҙәр барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ошондай граждандарға ҡарата административ йоғонто яһау саралары күреләсәк (штраф һалынасаҡ).

Халыҡтың пай ерҙәренә ҡағылышлы һорауҙарына райондың милек менән идара итеү комитеты рәйесе М.М.Усманов (һүрәттә) ентекле яуап бирҙе. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров осрашыуға йомғаҡ яһаны.

- Беҙҙең бында килеү маҡсаты - һеҙҙең һорауҙарҙы һәм проблемаларҙы ишетеп, уларҙы хәл итергә ярҙамлашыу. Күреүебеҙсә, улар бар һәм күбеһе хәл ителерлек. Һәм һеҙҙән, ауыл халҡы, әүҙем тормош позицияһы, принципиаллек талап ителә. Шул иҫәптән спиртлы продукцияларҙы законһыҙ һатыуға ҡаршы көрәштә. Бик күп бәләләр ошо проблемаға бәйле. Яҙын янғын йәһәтенән хәүефле осор башлана һәм шуға күрә янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәргә, ут менән һаҡсыл эш итергә, йортоғоҙҙо, милкегеҙҙе (үҙегеҙҙең генә түгел, күршеләрегеҙҙең дә) һаҡларға кәрәк.

Форсаттан файҙаланып, Фәнүр Зөфәр улы сарала ҡатнашыусыларҙы етеп килеүсе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.


Читайте нас: