Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғәзизовтан штандартты беҙҙең район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова ҡабул итте. Тантанала М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Олег Ханов, БР республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина ҡатнашты.