Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 10:58

Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша

Рафаил Арыҫланов 1951 йылдың 10 ғинуарында Ҡарамалы-Буҙат ауылында тыуа. 8-се класты тамамлағас, бик күп тиҫтерҙәре кеүек үк, тормошта үҙенә оҡшаған белгеслек алырға тип ҡалаға китә. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 24 һанлы һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә, бер йылдан уны тамамлап, «ташсы» белгеслеге ала. Йүнәлтмә буйынса Ҡырмыҫҡалы ауылындағы «ПМК-539» ойошмаһында эш башлай.

- Дөйөм ятаҡта йәшәнек, социаль мәҙәни, көнкүреш объекттары, күп фатирлы йорттар, мәктәптәр төҙөнөк. Ул ваҡытта бындай объекттар МСО, ПМК кеүек ойошмалар көсө менән төҙөлдө, ҡеүәтле төҙөлөш-монтажлау идаралыҡтары ҡалаларҙа ғына ине, - тип хәтерләй Рафаил Кәрәмулла улы. - Һуңынан ватан алдында изге бурысты үтәү ваҡыты еткәс, 1970 йылдың яҙында Совет Армияһына алындым.

Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егетте Төньяҡ флотҡа, диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итергә ебәрәләр. Өлкән матрос званиеһында ул Яңы Ер утрауында хеҙмәт итә. Ул ваҡытта утрау беҙҙең илдең ер аҫтында атом ҡоралын һынау полигоны була. Йәш һалдатҡа ошо эштәрҙә ҡатнашырға тура килә.

- Һынауҙар нисектер ғәҙәти түгел ине, аяҡ аҫтында ер тетрәй, тәҙрәләр һелкенә, геүләгән тауыштар тынмай, әле лә онотолмай, - ти ул.

Хеҙмәтен тамамлағас, ул Үзбәкстандағы туғандарына бара. Ташкентта 9 һанлы төҙөлөш идаралығына төҙөлөш конструкцияларын монтажлаусылар бригадиры булып эшкә урынлаша. Өйләнә, бер-бер артлы Фаил һәм Фәрит исемле улдары тыуа. Тиҙҙән ғаилә өс бүлмәле фатир ала.

37 йәшендә, 1988 йылдың февралендә, хәрби комиссариаттан Ташкент ҡалаһының йыйылыу пунктына килергә тигән бойороҡ менән саҡырыу ҡағыҙы ала. Бында медицина комиссияһы үтеп, сәләмәтлеге буйынса яраҡлы тип һәм 30 йәштән өлкәнерәктәргә хәрби кейем бирәләр. Бер аҙна тирәһе ваҡыт үткәс улар поездға ултыра. 20 вагондан торған эшелонда рус, татар, үзбәк кеүек төрлө милләт вәкилдәренән торған 600 кеше бара. Киевҡа килеп етәләр, бынан уларҙы автобустарҙа Иваново районына алып китәләр. Чернобыль атом электр станцияһы зонаһынан 30 км алыҫлыҡта, элекке пионер лагеры бинаһында йәшәйҙәр.

Ике көндән - станцияға тәүге инеү һәм ике ай өҙлөкһөҙ, көн һайын, дүртенсе реакторҙың машина залында емерелгән ҡоролмаларҙы һүтеү, станция территорияһын дезактивациялау, иҫке техника, төҙөлөш ҡалдыҡтарын сығарыу менән шөғөлләнәләр. Шул ваҡытта радиация нурланышының иң юғары дозаһы - 15 бэр алғас, уларҙы Чернобыль атом электр станцияһы зонаһынан сығаралар. Артабан Днепр йылғаһынан 30 километрлыҡ алыҫлыҡта Славутич ҡалаһын төҙөү эшендә ҡатнаша. Был ҡалаға Припять ҡалаһынан атомсыларҙы күсерәләр. Бер айҙан, 15 июндә, уларға өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт итәләр, сөнки Үзбәкстандан алмаш килә.

Ғаиләһенә һәм балалары янына тиҙерәк ҡайтып етер өсөн, ул Киев-Ташкент самолетына билет ала. Бер аҙна ял итеп, элекке эшен сыға. Медицина комиссияларының береһендә табиптар Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙа ҡатнашыуһөҙөмтәһенән килгән ауырыу буйынса инвалид тип таныуҙарын хәбәр итәләр.

1999 йылда, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Арыҫлановтар тыуған яҡтарына ҡайта. Әлеге ваҡытта тормош иптәше Венера Муллағәли ҡыҙы менән Буҙат ауылында йәшәйҙәр. Бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медик-социаль эксперт комиссияһы «Сир Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эштәренә бәйле түгел» тип Рафаил Кәрәмулла улының инвалидлығын ала. «Әгәр бер табиптар мине инвалид тип танып, икенселәре быны инҡар итә икән, кеше йылдан-йыл ҡартаймайҙыр, ә киреһенсә, йәшәрәлер, моғайын» ти Рафаил Кәрәмулла улы әсенеп.

Ғаиләһендә уның барыһы ла яҡшы. Улдары үҫеп, үҙ ғаиләләрен ҡора, балалар үҫтерә. Өлкән улы Стәрлебашта йәшәй, вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, дүрт бала атаһы. Бәләкәй улдары Өфөлә «Синтезспирт» заводында смена начальнигы, уның ике балаһы үҫә, шулай итеп Арыҫлановтар ғаиләһендә - өсәр ейән һәм ейәнсәр. Тормош иптәше менән хужалыҡта баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Ул үҙе һәр ваҡыт йылмайып тора, шәп кенә, «Союз-Чернобыль» ойошмаһының тормошо менән әүҙем ҡыҙыҡһына. Райондың иң алыҫ ауылында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, беҙҙең сараларҙы бер ҙә ҡалдырмай. Чернобыль атом электр станцияһында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөргәндә ҡатнашҡаны өсөн «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» дәүләт наградаһы, шулай уҡ «Союз-Чернобыль» Рәсәй Үҙәк Советы миҙалы, «Союз-Чернобыль» Стәрлебаш бүлексәһе Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ошо көндәрҙә - радиация һәм техноген һәләкәттәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алғанда беҙ уға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хаҡына ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле тормош теләйбеҙ.

Рәфис МӨХӘМӘТЙӘНОВ,

БР «Союз-Чернобыль» Стәрлебаш бүлексәһе етәксеһе.

Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: