Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 10:36

Шәмбе өмәһе - берҙәм эш!!!!

Районда территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса экологик шәмбе өмәләре дауам итә. Уҙған йома - шәмбе көндәрендә хеҙмәт коллективтары һәм ауыл халҡы биналар һәм йорттары эргәһендә йәнә таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырҙы.

Мәҫәлән, урындағы училище һәм 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары һәм преподавателдәре Еңеү паркын тәртипкә килтерҙе. Улар ҡойолған япраҡтарҙы, сүп-сарҙы йыйып, юлдарҙы һеперҙе, ә Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре эскәмйәләрҙе буяны.

Пенсия фонды идаралығы бинаһы эргәһендә лә берҙәм эш «ҡайнаны». Уның коллективы ҡулдарына һепертке, көрәк, тырма тотоп, тирә-яҡ территорияны тәртипкә килтерҙе. Бынан тыш, шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар бордюрҙарҙы һәм участкала үҫкән емеш ағастары олондарын ағартты. 40 һанлы дарыухана, мировой суд хеҙмәткәрҙәре, башланғыс мәктәп коллективы, полиция хеҙмәткәрҙәре лә ошондай эш менән шөғөлләнде. «Торлаҡ-коммуналь сервис» МУП коллективы, ғәҙәттәгесә, иртәнән үк эш менән мәшғүл ине. Уның хеҙмәтсәндәре шәмбе көндө асфальтта соҡорҙарҙы «яманы», шулай уҡ район үҙәге күперҙәрен буяуға әҙерләне. Уны бысраҡтан һәм туҙандан таҙартып йыуҙы, шулай уҡ коллективтар тарафынан йыйылған сүп-сарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сүплеккә сығарҙы.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: