Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 12:28

Уның оҙаҡ йәшәү сере - оптимизм

Стәрлебаш ауылынан Рәғиҙә Туҡтароваға 15 апрелдә 90 йәш тула. Уның бар ғүмере хеҙмәттә үтә, бик күп юғалтыуҙар кисерә, әммә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер нимәгә лә зарланмай, һәр яңы көнгә шөкөр итеп йәшәй.

- Әсәйемдең тормошо еңел булмаған, - тип һөйләй Рәғиҙә инәйҙең ҡыҙы Зәйнәб. Ул һәр иртә уның килеп хәлен белә, ә һуңынан төшкө аш ашатырға килә. Йыш ҡына ире Марат Мөхәмәтйәров менән йорттағы ҡарҙы таҙарталар, мунса яғалар. - Яҙмыш ҡушыуы буйынса әсәйемдең ата-әсәһе айырылыша, ә ул атаһында ҡала. Яңы ғаиләлә унан тыш тағы ете бала үҫә. Ҡарағош ауылы егетенә йәнә тормошҡа сыҡҡан өләсәйемдең һуңынан тағы биш балаһы тыуа. Һәм бына күҙ алдына килтерегеҙ, ошо йылдарҙа уларҙың барыһы менән дә аралашып йәшәне. Кем әйтмешләй, райондың һәр ауылында уның туғандары бар. Элегерәк уларҙың күбеһенең балалары Стәрлебашҡа уҡырға килеп, беҙҙә фатирҙа торалар ине. Өйөбөҙ ҙур булмаһа ла, бөтәһенә лә урын да, күңел йылыһы ла етә ине, үҙ-ара татыу йәшәнек.

- 13 йәшкә тиклем мине өләсәйем тәрбиәләне, - тип һөйләй Рәғиҙә инәй үҙе. - Ул мине бик ярата һәм хәстәрлек күрә ине, Ҡөрьән сүрәләрен өйрәтте. Уның менән хатта әсәйемдең булмауын да һиҙмәнем. Әсәйем тип иҫәпләй инем уны. Һуғыш башланыу менән ауырлыҡтар һәм һынауҙар килде. Атайымды ауылдың байтаҡ ҡына ир-егеттәре менән һуғышҡа алдылар. Әммә фронтта оҙаҡ булманы, ҡаты алыштарҙың береһендә ул ныҡ ҡына яралана. Был хәл ҡыш була. Санитарҙар уны тиҙ генә тапмай. Госпиталгә барып еткәнсе аяғында гангрена башлана һәм өйгә инвалид булып ҡайта. Тубыҡтан аҫта бер аяғы юҡ ине.

Шунда уҡ өлкәнәйеп киткән ҡыҙға һуғыш осороноң барлыҡ һынауҙарын үтергә тура килә. Үлән йыйып ашайҙар, өлкәндәргә колхоз эшендә ярҙамлашалар. Баҫыуҙарҙы сүптән утайҙар, өлкәндәр ҡушҡан бөтә эштәрҙе башҡаралар.

- Дүрт йыл рәттән мине торф әҙерләү эштәренә ебәрҙеләр, - тип дауам итә инәй. - Трактор торфты брикеттарға бүлә, ә беҙ уны ватылмаһын өсөн махсус ысул менән өйөп ҡуя инек. Аяҡҡа калуштар кейһәк тә, тубыҡҡа тиклем һыуҙа тороп торф өйәбеҙ. Аяҡтарҙың хәҙер шул тиклем һыҙлауына ғәжәпләнергә лә түгел.

... Ваҡыт үтеү менән, әсәһендә ҡунаҡта булғанда, Рәғиҙә Ҡарағош ауылы егете Зәйнетдин Туҡтаров менән таныша. Оҙаҡламай йәштәр яҙылышып, ғаилә ҡора. Тәүҙә Ҡарағошта йәшәйҙәр, һуңынан Стәрлебашта өй һатып алып, шунда күсенәләр.

- Ошо йылдарҙа әсәйем ҡәйнәһе Ғәжипкамал менән йәшәй, ул 94 йәшендә гүр эйәһе була. Бик етди, үҙ һүҙлерәк өләсәйем йорт эштәрендә ярҙамлаша ине, беҙҙе, ейәндәрен, ҡарашты. Ә атайым менән-әсәйем һәр ваҡыт мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраны, баҡса үҫтерҙе һәм уның ярҙамы бик урынлы ине, - тип һөйләй Зәйнәб.

- Зәйнетдин автогрейдерҙа эшләне, ауылдарҙа юл таҙартты. Әгәр Буҙат, Йәшергән, Һарайҫа яҡтарына китһә беҙ уны бер нисә көн күрмәй инек. Минең дә эшем сменалы булды, сөнки 30 йыл икмәкханала икмәк бешерҙем, - ти Рәғиҙә инәй. Уларға шул осорҙа 50 килограмлы ҡапсыҡтар күтәрергә, ҡыҙыу мейес алдында торорға тура килә. Әммә ауырлыҡтар хәҙер онотолған инде һәм ул ваҡытта бөтәһе лә тырышып эшләне тип, шул йылдарҙы һөйөнөп иҫкә ала инәй.

Туҡтаровтар дүрт балаһын хеҙмәт һәм шәхси үрнәктәрендә тәрбиәләп, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерә, барыһына ла белем алырға ярҙам итә, туйҙарын үткәрә. Уларҙың барыһының да бөгөн үҙ ғаиләһе, балалары, ейәндәре бар. Өлкән улдары Ринат Дүртөйлөлә, Фирҙәүес Санкт-Петербургта, бәләкәй ҡыҙҙары Резеда Мәскәүҙә, ә Зәйнәб - Марат менән Стәрлебашта йәшәй. Улар Рәғиҙә инәйҙең төп терәге һәм ярҙамсыһы. Көн һайын килеп хәлен белә, тәрбиәләйҙәр. Үҙҙәренә йәшәргә саҡыралар, әммә уға тыуған йорто ҡәҙерле, унда барыһы ла: серванттағы ғаилә фотоальбомы ла, мебель һәм башҡалар йөрәгенә яҡын. Бында күпме шатлыҡ кисерелгән...

- Оло йәшенә ҡарамаҫтан, әсәйем элекке кеүек үк тиктормаҫ. Уға йөрөүе ауырыраҡ, әлбиттә, хәтере лә шәптән түгел, әммә ул оптимист, уның оҙаҡ йәшәү сере ошолор, моғайын. Телевизор ҡарай, гәзиттәр уҡый. Марат уға махсус рәүештә район гәзитен яҙҙыртып алып килә. Йәйен беҙҙе урманға еләккә, миндеккә алып барыуын һорай. Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итә, ваҡ-төйәккә лә һөйөнә белә, хәстәрлек өсөн рәхмәт уҡый, балалары, ейәндәре, туғандары килеүгә һөйөнә. Ә беҙ уның иҫән булыуына, килеп ихлас күңелдән һөйләшә, кәңәшләшә алыуыбыҙға ҡыуанабыҙ. Тормошта ошо ысын бәхеттер, моғайын, - тине Зәйнәб һаубуллашҡанда.


Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.


Читайте нас: