Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 12:34

Оҫта ҡуллы Миләүшә

Халҡыбыҙҙа: «Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән» тигән матур мәҡәл бар. Шуға ҡарап элек-электән ҡыҙҙар бала саҡтан уҡ сигергә, бәйләргә, тегергә өйрәнгән. Мостафа ауылынан Миләүшә Көҫәпҡолова ла был оҫталыҡтарға әсәһенән өйрәнә.

Аллағыуат мәктәбен тамамлағас, «Сигә белеү оҫталығы менән тегенсе-универсал» белгеслеген алыр өсөн Стәрлетамаҡ һөнәрселек-техник училищеһына документтарын тапшыра. Бында ул һайлаған һөнәренең барлыҡ нескәлектәренә өйрәнә, әммә белгеслеге буйынса эшләргә тура килмәй. Ауылдашына тормошҡа сығып, ошонда төпләнә. Ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Азамат, ҡыҙҙары Азалия әсәйҙәре кеүек үк һәр эшкә маһир. Улар кескәй саҡтан уҡ ҡул аҫтындағы материалдан ниндәйҙер әйбер эшләй. Азалия шарф, яулыҡ бәйләй, ләүәштәр бешерә, сигә, тегә. Азалия ҡулдары менән эшләнгән Башҡортостан Республикаһы символикаһы менән мендәр халыҡ оҫталарының бихисап күргәҙмәләрендә ҡуйыла. Азамат сыйырсыҡ ояһы, кәштә һәм ултырғыстар эшләй. Хәҙер улар үҫеп буй еткергән. Азамат ғаиләһе менән Ишембай ҡалаһында йәшәй. Күптән түгел уларҙың сабыйҙары тыуған. Азалия - БДУ студенты. Миләүшә Йәүҙәт ҡыҙының һүҙҙәре буйынса, балаларының мауығыуҙары уларға тормошта ла бик кәрәк. Бынан тыш, Азалия төрлө аш-һыу әҙерләргә ярата. Ял көндәрендә ҡайтҡанда ул ғаиләһен һәр саҡ тәмле ләүәштәр, салаттар һәм ҡамыр аштары менән һыйлай.

Миләүшә үҙе сәйлән үреү менән шөғөлләнә, өс мөйөшлө яулыҡ, палантин, ойоҡбаштар бәйләй. Уның матур, сағыу эштәрен күргәҙмәләрҙә күрергә мөикин. Эштәрен ул таныштарына, туғандарына бүләк итә.

Тормош иптәше Инсаф Миңлегәрәй улы менән күп мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрай. Уларҙың ҙур һәм уңайлы өйөнөң ишеге туғандары һәм таныштары өсөн һәр саҡ асыҡ. Хәҙер Миләүшә яҙғы баҡса эштәренә әҙерләнә. Өйҙә тәҙрә төбөндә томат һәм сәскә үҫентеләре йәшелләнә. Оҙаҡламай улар ҙур йортто биҙәп, күҙ яуын алып торасаҡ. Бынан тыш, уларҙың ғаиләһендә уҡырға яраталар. Ағымдағы йылда улар тәүгеләрҙән булып «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә яҙылған.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: