Марат Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуа. 1965 йылда уның атаһы Мәғзүр Рысаевты Ҡарағош ауылына «Спутник» колхозы рәйесе итеп ебәрәләр. Ваҡытлыса эшкә килдем тип уйлаһа ла, Мәғзүр Мәжит улы Ҡарағошта төпләнеп ҡала: бында ғаиләһен күсереп, йорт һалып сыға. Ул ошо ерҙә тамырҙары менән ерегеп, 1965 йылдан 1981 йылға тиклем хужалыҡта етәксе булып эшләй. Ул ғүмеренең иң яҡшы йылдарын, белемен һәм тәжрибәһен, көсөн һәм һаулығын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә, ауыл хеҙмәтсәндәренең тормошон яҡшырыуға бағышлаған кеше була. Эшһөйәрлеге, кешеләргә ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәте менән халыҡ араһында ихтирам һәм абруй яулай. Беҙ, райондың башҡа бик күп кешеләре лә, уны принципиаль, тәү сиратта, үҙенә ҡарата талапсан етәксе булараҡ хәтерләйбеҙ.
Уларҙың ғаиләһендә өс бала: Гөлсинә, Марат, Әлфинә үҫә. Барыһы ла юғары белем ала.
1966 йылда Марат Ҡарағош һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 1-се класына бара. Һәйбәт уҡый, математика, физика һәм тарих фәндәрен ныҡлап өйрәнә. Мәктәп баҡсаһы аша һалынған һуҡмаҡтан малай, йәшен тиҙлегендәй, йүгереп класына барып етә. Йорттағы бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе башҡарып, ҡайһы саҡ, өйгә эштәрен эшләп өлгөрмәй һәм күп нимәне дәрес алдынан ҡабатлай.
Ойоштороу һәләте, барыһы менән дә уртаҡ тел таба белеүе, ғәҙеллеге өсөн уны бер нисә тапҡыр класта староста итеп һайлайҙар.
Күрше малайҙары Данияр Мөхәмәтшин, Фәнис Басиров, Рәмзил Батыршин, Мөнир Хисаметдиновтар менән улар йыш ҡына Күндерәк йылғаһында һыу инә, тәбиғәткә һоҡлана, бергәләп уйнай, серҙәре һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлаша. Яҡындары, дуҫтары һәм ауылдаштарын һанға һуғыу һәм уларҙың ҡәҙерен белеү, өлкәнәйгәс тә бала саҡтан дуҫлыҡҡа тоғро ҡалыу уның ғаиләһенән, бала сағынан киләлер, моғайын. Мәктәпте тамамлағандан һуң Марат Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрификациялау техникумына документтарын тапшыра. Студент сағында, каникул ваҡытында тракторсы Риф Туҡтаровтың ярҙамсыһы булып эшләй, ә ҡайһы саҡ уны алмаштыра ла.
Артабан Үзбәкстан республикаһында Һауа оборонаһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Шул ваҡыт уға бер нисә тапҡыр Афғанстанға төрлө йөк оҙатып барырға тура килә. Ике йыл һалдат бутҡаһы ашап ҡайтҡас, ул Башҡортостан ауыл хужалығы институтының әҙерлек курсына уҡырға инә, артабан ауыл хужалығын механикалаштырыу факультеты студенты була. Уҡыу йылдарында ул һәр ваҡыт ауылдаштарына һәм таныштарына кәңәштәр, институтҡа инер өсөн нисек яҡшыраҡ әҙерләнергә, яҡташтарына дөйөм ятаҡҡа урынлашырға, йәшәү өсөн фатир табырға ярҙам итә. Һәр кемдең яҙмышы өсөн борсола. Каникул ваҡытында йыл һайын Федоровка районы «Пугачев» совхозында комбайнсы булып эшләй. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Ханты-Манси автономиялы округындағы Мегион ҡалаһына эшкә китә. Һәм ғүмере буйына тиерлек бер урында - Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһында эшләй. Начальник урынбаҫары, ә 2012 йылдан ул - автономиялы округтың I класлы баш белгесе - советнигы була.
Ул ғаилә тормошонан бик уңа. 1986 йылдың мартында ул Бүздәк ҡыҙы Люциәгә өйләнә. Ул байтаҡ йылдар Мегион ҡалаһының 1 һанлы дауаханаһында функциональ диагностикалау шәфҡәт туташы булып эшләй. Улар Регина һәм Марсель исемле балаларын лайыҡлы кеше итеп үҫтерә. Бөгөн Рысаевтар ейән-ейәнсәре Кәрим менән Милананың бәхетле өләсәй-олатайы. Улар бер-береһенә һәм тирә-яҡтағыларға күңел һәм йөрәк йылыһын өләшеп, бына 33 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Улар йылы һәм уңайлы фатирҙа йәшәй. Беҙҙең класташыбыҙ ихлас, оло йөрәкле, ғәҙел кеше тип билдәләп үткем килә. Ул изге эштәр эшләргә, башҡаларҙы шатландырырға, ихлас ғәжәпләндерергә ярата. Армиянан отпускаға ҡайтҡанда, беҙҙе, класташтарын, машинала урманға алып барыуын хәтерләйем. Сәскәләр йыйып, уларҙы ҡыҙҙарға бүләк итте. Уйлап ҡараһаң әллә нимә түгел, әммә беҙҙең күңел булды. Һуңынан да, тыуған ауылғә ҡайтҡан мәлдәрендә, беҙҙең хәлде, һаулығыбыҙҙы һорашып торҙо, үҙенең автомобилендә беҙҙе төрлө ерҙәргә йөрөттө, проблемаларыбыҙҙы хәл итергә ярҙамлашты, шатлығыбыҙҙы һәм ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашты. Шундай кешелекле, ярҙамға ашығыусан булғанға күрәлер ҙә уның бөтә ерҙә лә: Ҡарағош, Баҡса, Әмир, Тәтер-Арыҫлан ауылдарында, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Себерҙә дуҫтары бик күп... Беҙ уны ошо сифаттары өсөн хөрмәт итәбеҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ.
Ә тағы ла ул бик тыйнаҡ. Бер ваҡытта ла хеҙмәте һәм наградалары тураһында һөйләмәй, ә улар аҙ түгел, шул иҫәптән, Ханты-Манси автономиялы округы хакимиәтенән, губернатор урынбаҫарынан Рәхмәт хаттары ла бар. Беҙҙең ғәжәпләнеүгә йылмайып ҡына ҡуя һәм тормошта иң мөһиме был түгел, ти. Марат кеүектәр тураһында дуҫлыҡта - тоғро, мөхәббәттә - наҙлы, тормошта - ғәҙел һәм ышаныслы, тиҙәр. Ер шарында тормошобоҙҙо яҡшыраҡ иткән уның кеүек кешеләр күберәк булһын ине.
Фото автор тарафынан бирелде.