Ағымдағы йылдың тәүге шәмбе өмәһендә стәрлебаштар ҙа әүҙем ҡатнашты. Хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары, ике ҡатлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҡулдарына көрәк тотоп ҡар ырғытты, сүп-сар йыйҙы, территорияларын һеперҙе. Ә «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре йыйылған сүпте сүплеккә ташыны.
Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Искәндәров һүҙҙәре буйынса, шәмбе өмәһенә сыҡҡандарҙың барыһы ла тырышып, намыҫлы эшләгән. Һауа торошо һәйбәт, көн ҡояшлы, йылы, ә кешеләрҙең кәйефе күтәренке булды. Артабан, ҡар яйлап иреү менән, ай дауамында был эш дауам итәсәк. Ауыл биләмәләрен, предприятиелар һәм ойошмаларға беркетелгән урамдарҙы, территорияларҙы ҡарҙан таҙартыу ғына түгел, ә төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү ҙә планлаштырыла.