Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 12:33

Маҡсатҡа ынтылыусан һәм талантлы уҡыусы

Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Алина Ҡарамышева (һүрәттә), уҡытыусылар әйтеүенсә, бик яуаплы ҡыҙ.

Ул башланғыс кластарҙан уҡ тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, әҙәбиәт, инглиз теле, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү кеүек гуманитар фәндәрҙе нығыраҡ ярата. Бик күп уҡый, төрлө яҡлап үҫешкән ҡыҙ. Уның тәбиғәттән килгән һәләте ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм эшһөйәрлек кеүек сифаттары менән берләшә.

Интеллектуаль һәләтен һәм үҙенең ижади потенциалын ул төрлө ярыштарҙа тормошҡа ашыра. Шахматта оҫта уйнай, башҡа турнирҙарҙа ҡатнаша. Йыл һайын «Живая классика» район конкурсында мәктәп данын яҡлай. Бер нисә тапҡыр уларҙа призлы урындар яулай. Василий Уриевскийҙың «Стих про стих» шиғыры уға айырыуса оҡшай. Ул ярайһы уҡ ҙур, бер нисә битлек шиғыр, әммә талантлы ҡыҙ уны һәм башҡа бик күп шиғырҙарҙы яттан белә. Бынан тыш, Алина үҙ-үҙеңде үҫтереү буйынса, айырыуса Дейл Корнеги, Пауло Коэльо китаптарын уҡырға ярата. Алған белеме уға ҡуйған маҡсаттарына ирешергә ярҙам итә.

Ул бик оҫта һәм йыш ҡына сәхнәлә сығыш яһай. Уҡыусы тирә-яҡтағы барлыҡ ваҡиғаларға ҡарата битараф булмауы менән башҡаларҙан айырыла. Яҡшы уҡыуы һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул бихисап Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнгән.

Ҡыҙҙың ата-әсәһе Филүс Мөхәмәтйән улы һәм Әнфисә Зәғәфәр ҡыҙы ҡыҙҙарына барлыҡ башланғыстарында ярҙамлаша һәм һәр йәһәттән хуплай.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

М.ӘҺЛИУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: