Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2019, 11:37

Балалар йорттарына ҡараш үҙгәрә

Өфө нефть техник университетының “Дизайн һәм сәнғәт бүлегендә” Петровск балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу үтте. Сарала республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова ҡатнашты.

Дизайнерҙар балаларҙың эшен ҡараны. Һүрәттәр биналарҙың эсен биҙәйәсәк. “Был балалар йорттарына дөйөм ҡарашты үҙгәртергә ярҙам итә”, - ти проект авторы Каринэ Хәбирова.

“Сарала ҡатнашыу оҡшаны. Киләсәктә дизайнер булырға хыялланам”, - ти Петровск балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Розалия Имаметдинова.


Проектты башҡа балалар йорттарына ла таратыу күҙаллана.
Читайте нас: