Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2019, 14:20

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен өлөшләтә алып бара башлауы ихтимал.

Бындай тәҡдимде бөгөн Хөкүмәт ултырышында Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова еткерҙе.


“Башланғыс ғаилә институтын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк, ата-әсәгә балалары менән йышыраҡ бергә булыу, күберәк шөғөлләнеү мөмкинлеге асыласаҡ”, – тине ул.


Күп балалы әсәләр, эш сәғәте ҡыҫҡартылһа ла, хеҙмәт хаҡын тулыһынса аласаҡ.
Читайте нас: