Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2019, 11:37

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе.

“Күренеп тора: урындағы власть һәм хакимиәт етәксеһе тыуған ҡалаһына, уның халҡына хәстәрлекле ҡарашта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡала республика яғынан ярҙамды тейешле кимәлдә алмаған. Был хәлде төҙәтәсәкбеҙ, Стәрлетамаҡтың үҫешенә булышлыҡ ҡыласаҡбыҙ”, – тине Радий Фәрит улы ҡаланың балалар дауаханаһында табиптар менән осрашыуҙа.


Республика етәксеһе был медицина учреждениеһының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Дауахананың өс филиалы, 127 койкалыҡ (өҫтәүенә биш паллиатив койка) стационары бар. Ул поликлиника менән берлектә ҡалалағы 45 мең баланы хеҙмәтләндерә. Медицина учреждениеһына шулай уҡ эргә-тирәләге ете район беркетелгән.


Дауахананың баш табибы Борис Шәрипов әйтеүенсә, төп проблемаларҙың береһе – педиатрҙарҙың етешмәүе, улар менән тәьмин ителеш 45 процент ҡына. Радий Хәбиров бында, ғөмүмән, медицина белгестәренә мохтажлыҡ барлығын билдәләне. “Ҡала хакимиәте тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеү менән ныҡлы шөғөлләнергә тейеш. Был йәһәттән республика программалары булдырылды, һеҙҙән белгестәрҙе маҡсатлы йүнәлештә әҙерләү буйынса тәҡдимдәр көтәм, ярҙам итергә әҙермен”, – тине төбәк етәксеһе.
Читайте нас: