Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2019, 12:00

Ғаилә татыулығы менән көслө!

Ата-әсәләрҙең күбеһе балаларының көслө, һау-сәләмәт, ныҡлы һәм мәргән булыуҙарын теләй. Һәм атайҙар менән әсәйҙәр үҙҙәре балаларына үрнәк булып, спорт менән әүҙем шөғөлләнгән, ярыштарҙа ҡатнашҡан ваҡытта ғына хыялдар тормошҡа аша. Был ысынлап та шулай булыуына беҙ күптән түгел «Атай, әсәй, мин - спортсы ғаилә» тип аталған спорт ярышында инандыҡ, ул «Физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» аҙналығы сиктәрендә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә үтте.

«Атай, әсәй, мин - спортсы ғаилә» - был ысын ғаилә байрамы. Был юлы ул башланғыс кластар уҡыусыларының 10 ғаиләһе ҡатнашлығында (һәр кластан икешәр ғаилә) үтте. Конкурс программаһы төрлө булды: мәргәнлеккә, зирәклеккә, отҡорлоҡҡа, көс, сыҙамлыҡ талап иткән күнегеүҙәр, капитандар (балалар ине), әсәйҙәр, атайҙар өсөн заданиелар булды.

Конкурс «Үҙең менән таныштырыу» конкурсынан башланды. Һәр ғаиләгә задание бирелде - командаға исем, девиз һәм таныштырыу һүҙе уйларға кәрәк ине. Командаларҙың тамашаһы дәртле һәм рифмалы ине. Артабан бөтә ғаиләләр ҙә «ярышырға» кереште. Тәҡдим ителгән мауыҡтырғыс, ҡайһы саҡ йүгереүгә, шыуыуға, һикереүгә бәйле ябай булмаған конкурстарҙа улар үҙҙәренең спорт йәһәтенән һәләттәрен күрһәтә алды. Ҡыҙыҡлы ярыштың бөтә этаптары ла көсөргәнешле бәйгелә үтте. Көйәрмәндәр һәм тамашасылар ярышты иғтибарлы күҙәтте һәм теге йәки был команда өсөн транспаранттарҙы күтәреп, дәртләндерергә тырышты.

Әсәйҙәр көндәштәрен еңергә теләп, һикергестән оҫта һикерҙе. Атайҙар ҙа һәйбәт физик әҙерлек күрһәтте, улар ҡулдарҙа этелеү ярыштарында юғары һөҙөмтәгә иреште. Ә капитандар, балалар, ҡағыҙҙан иҫ киткес самолеттар эшләп, уларҙы йыраҡлыҡҡа осорҙо. Атайҙар һәм әсәйҙәр сабыйҙарса балаларына ҡарағанда ла күберәк еңеүҙәргә ихлас шатланды. Ә балалар атай-әсәй һөйөүе һәм хәстәренә ҡыуанды. Еңеүгә ынтылыш ғаилә командаларын берләштерҙе генә.

Байрам дуҫтарса мөхиттә үтте. Әммә ярыш ярыш инде, шуға күрә, был юлы ла еңеүселәр асыҡланды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла номинацияларҙа билдәләнде, ә лидерҙар түбәндәгесә урындар яуланы: III урында - Заһиҙуллиндар ғаиләһе (2 «А» класы); II - Хөсәйеновтар ғаиләһе (4 класс); I урынды Валиковтар (1 класс) һәм Әхмәтшиндар (1 класс) ғаиләләре бүлеште.

Әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ғаиләләр Маҡтау грамоталары, ә балалар - приздар менән бүләкләнде. Ярышта ҡатнашыусылар өсөн шәхси эшҡыуар Л.Т.Мөхәмәтйәрова тарафынан байрам табыны әҙерләнде. Бөтә командалар ҙа күтәренке кәйеф һәм бихисап ыңғай тәьҫораттар алды. Ә балаларҙың күҙҙәренән ни тиклем шатлыҡ осҡоно сәсеүен һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел ине!


Гөлназ СӘЛӘХЕТДИНОВА,
2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Фото автор тарафынан бирелде.


Читайте нас: