Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2019, 13:14

“Инвестиция һулар һауа кеүек кәрәк”

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы – эшлекле берләшмә менән аралашыуҙа республика етәкселегенең мөһим таяныстарының береһе, һәм ул төбәк иҡтисадына инвестиция йәлеп итеүҙә Хөкүмәттең төп партнерына әүерелергә тейеш. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сауҙа-сәнәғәт палатаһының сираттан тыш конференцияһында ошо турала белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, республикаға инвестиция, бюджетҡа килем, ҡала һәм ауыл халҡына лайыҡлы тормош һулар һауабыҙ кеүек кәрәк. Бизнес үҙен ышаныслы тойорға, аҡса эшләргә һәм иҡтисад үҫешенә аҡса йүнәлтергә тейеш. Башҡортостан етәксеһе “Салауат Юлаев” бизнес үҙәгенең эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә тапшырыласағы тураһында ла әйтте. Ул конференцияла ҡатнашҡан Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Дмитрий Курочкиндан республикабыҙҙағы биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен һәм Ишембайҙағы махсус иҡтисади биләмәне үҫтереүҙә ярҙам һораны.
Читайте нас: