2018 йылда Совет эшмәкәрлеге район хакимиәте, предприятиелар, учреждениелар менән тығыҙ һәм эшлекле хеҙмәттәшлектә үтте.
Советтың төп эш формаһы булып ултырыштар тора. Йыл дауамында үткән 10 ултырышта депутаттар тарафынан 63: сираттағы финанс йылына бюджетты раҫлау, үҙгәрештәр индереү, бюджетты үтәү тураһында отчетты раҫлау буйынса - 9; отчеттар буйынса - 3; Уставҡа үҙгәрештәр индереү, ауыл хужалығы, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм призывты үткәреү, хеҙмәт баҙары торошо, халыҡты эш менән тәьмин итеү, тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр менән эшләү, муниципаль райондың контроль-иҫәп палатаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, исем биреү тураһында берешәр; ауыл биләмәләренә вәкәләттәрҙең бер өлөшөн тапшырыу - 3;мәҙәниәт, белем биреү, йәштәр - 3; ер, милек - 19, башҡа мәсьәләләр буйынса - 18 ҡарар тикшерелде һәм раҫланды.
Уҙған йылда Совет тарафынан: мәғариф бүлеге тураһында Положение; БР Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы; 2018 йылға 4 саҡырылыш Советы эше планы раҫланды.
Контроль вәкәләттәрҙе бойомға ашырыу тәртибендә район Советы ултырыштарында башҡарма власть органдары муниципаль район территорияһында 2010 йылдың 27 июлендәге «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында»ғы 2010-ФЗ һанлы Федераль законды бойомға ашырыу; «Мәғарифты үҫтереү» район маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу барышы; Ғаилә йылын үткәреү буйынса төп саралар планын үтәү йомғаҡтары; 2017 йылда муниципаль район бюджетын үтәү тураһында Совет ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу барышы тураһында отчет бирҙе.
Ултырыштар араһындағы осорҙа Совет вәкәләттәрен уның эшсе органы - Советы Президиумы тормошҡа ашырҙы. Уҙған йылда Президиумдың 14 ултырышында 81 мәсьәлә тикшерелде. 18 граждан район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, бер кеше БР Маҡтау грамотаһы менән бүләкләүгә күрһәтелде. Мәхмүтов Наил Мәжит улына «Стәрлебаш районының Почетлы гражданины» исеме бирелде.
БР Берҙәм муниципаль норматив хоҡуҡи акттар регистрына индереү өсөн БР юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетына норматив документтар тапшырыу буйынса эш алып барылды. Барлығы унда 14 ҡарар ебәрелде.
Уҙған йылда муниципаль район Советы ҡарарҙарына район прокуратураһы протестары булманы, был документтар әҙерләү сифатының яҡшырыуы тураһында һөйләй.
Советы рәйесе тарафынан 34 хоҡуҡи акт сығарылды, шуларҙың 31е күрһәтмә, 3 ҡарар. Совет Аппараты тарафынан эш процесында ҡабул ителгән 41һәм ебәрелгән 49 корреспонденция; Совет тикшереүенә индерелгән 63 ҡарар проекты; 63 Совет ҡарары; 31 Совет рәйесе күрһәтмәһе; өс Совет рәйесе ҡарары рәсмиләштерелде.
Урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара бәйләнешлек итеү сиктәрендә депутаттар уҙған йылдың февраль-март айҙарында ауыл биләмәләре Советтарының отчет ултырыштарында, социаль әһәмиәтле сараларҙа ҡатнашты. Шулай уҡ улар отчет йылының декабрь айында үткән Берҙәм граждандар ҡабул итеү көнөндә лә графикка ярашлы ҡабул итеүҙәр үткәрҙе. Советтың даими комиссиялары эше - депутаттар корпусының һөҙөмтәле эш күрһәткесе булып тора, улар бер яҡтан Советтың өҙлөкһөҙ эшен һәм икенсе яҡтан район хакимиәтенең профилле хеҙмәттәре менән үҙ-ара бәйләнешлек итеүҙе тәьмин итә. Отчет осоронда дүртенсе саҡырылыштың бөтә комиссиялары тарафынан 25 ултырыш үткәрелде. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Советта дүрт даими комиссия: социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау (уға Г.А.Хөсәйенова етәкселек итә); аграр мәсьәләләр, ер һәм тәбиғи ресурстарҙан файҙаланыу, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр, сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт төрҙәре (М.Ғ.Ноғоманов); бюджет, һалымдар, иҡтисади үҫеш, милек һәм инвестиция сәйәсәте мәсьәләләре (Р.Р.Яуышев); Советы Регламентын, депутаттар статусын һәм этикаһын үтәү буйынса комиссиялар (Р.Р.Заһиҙуллин) бар.
Ғәмәлдәге закондарға ярашлы һәм ҡарар ҡабул иткәнгә тиклем граждандар фекерен иҫәпкә алыу маҡсатында: 2017 йылда муниципаль район бюджетын үтәү тураһында отчетты раҫлау; муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү; 2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарҙың планлы осорона муниципаль район бюджеты проекты тураһында өс асыҡ тыңлауҙар процедураһы ойошторолдо.
Асыҡ тыңлауҙар халыҡтың урындағы үҙиадаралыҡты бойомға ашырыуҙа ҡатнашыу формаларының береһе булып тора. Законға ярашлы, район халҡына асыҡ тыңлауҙар үткәрелеү тураһында гәзит һәм рәсми сайт аша алдан хәбәр ителә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ түбән әүҙемлек кимәле күрһәтә.
Урындағы үҙидара органдар эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттең ҡулайлығын тәьмин итеү маҡсатында, Советҡа индерелгән норматив хоҡуҡи акттар проекттары муниципаль район сайтында урынлаштырылды; Совет тарафынан ҡабул ителгән норматив акттар «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитендә баҫылды һәм муниципаль район сайтында урынлаштырылды.
2018 йылға Совет ҡарары тарафынан раҫланған нормоижади эш планы тулыһынса үтәлде, Совет ултырышында тыңланған барлыҡ мәьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Ултырыштар район Советының төп эш формаһы булыуын иҫәпкә алып, уның легитимлығы йыйылыштың тулы хоҡуҡлы булыуы өсөн етерлек ҡатнашыусылар һанына бәйле. Совет регламентының 32 статьяһына ярашлы, депутат Совет ултырышында ҡатнашырға бурыслы. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән ул килә алмаһа, үҙенең килә алмауы тураһында район Советы секретарына алдан хәбәр итергә тейеш. 2019 йылда ошо эште көйләргә кәрәк. 2018 йылда сессияларға уртаса килеү күпкә кәмене һәм 65% тәшкил итте. 2017 йылда килеүселәр һаны 81% булды. Анализ күрһәтеүенсә, ултырышта уртаса 15 депутаттың 10-11е ҡатнаша. 2019 йылда ултырышҡа килеүселәр күберәк булыр тип ышанам. Һайлау округтарында депутаттарҙың эштәрендә шәхси мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәреүҙе ойоштороу мөһим мәл булып тора. Ҡабул итеү графиктары муниципаль район сайтында урынлаштырылған. Хөрмәтле депутаттар, һайлаусыларыбыҙҙың бер мөрәжәғәтен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмауығыҙҙы һорайым, ә ауырыраҡ мәсьәләләрҙе район хакимиәте һәм башҡа хеҙмәттәр менән бергәләп хәл итәсәкбеҙ.
Совет рәйесе булараҡ үҙемә һәм барлыҡ депутаттар корпусына 2019 йылға түбәндәге бурыстарҙы ҡуям: район Советы Уставына ярашлы, район бюджетының килем һәм сығым өлөшөн һәм урындағы бюджетты үтәү тураһында отчеттарҙы даими тикшерергә; район хакимиәте менән берлектә Совет эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттең ҡулайлығын тәьмин итеү маҡсатында Совет һәм уның депутаттарының эшмәкәрлеген киң мәғлүмәт сараларында әүҙемерәк яҡтыртырға, район сайтына Совет эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәтте тулы күләмдә еткереүҙе дауам итергә; граждандарҙы социаль, хоҡуҡи, иҡтисади яҡлауҙы көсәйтеү маҡсатында һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре һәм ғаризалары менән эште камиллаштырырға; район Советы тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы аңлатыу һәм үтәү буйынса һайлаусылар менән эште дауам итергә.
Район уңыштары - ошо залда ултырыусыларҙың һәм райондың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренең берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ирешелгәндәргә таянып, беҙ киләсәккә бурыстар ҡуябыҙ, барлыҡ ресурстар һәм резервтарҙы ҡулланып, ошоноң өҫтөндә берҙәм һәм етди эшләргә саҡырам. Һүҙем аҙағында барлыҡ депутаттарға, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошма етәкселәренә хеҙмәттәшлек иткәндәре һәм аңлағандары өсөн рәхмәт, үҙ бурыстарын һәм Совет Рәйесенең ҡарарҙарын профессиональ һәм аныҡ үтәгән Совет Аппараты хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эшенә ҡәнәғәтлек белдерәм.
Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек, тыуған район һәм Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәтендә һөҙөмтәле эш теләйем.