Бынан тыш, ул беренсе һәм икенсе балаға пособиеларҙы йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр алырға тейешлеген билдәләне. Дәүләт башлығы бөгөн Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе. Владимир Путин шулай уҡ 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыуҙары хаҡында әйтте. Президент Үҙәк банкка ипотека ставкаһын 9% тиклем, ә һуңынан 8% ҡәҙәр кәметеү буйынса сараларҙы тәьмин итергә ҡушты.
«Әле күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса льгота бар, улар 6% түләй, ҡалғанын дәүләт субсидиялай. Ләкин был сара менән дә һирәк файҙаланалар, сөнки льгота 3 йәки 5 йыл ғәмәлдә. Льгота ипотека кредитлауы осоронда ғәмәлдә ҡалһын тигән тәҡдим индерәм, — тине Путин. — Илдәге макроиҡтисади хәлдең тотороҡлоғон иҫәпкә алып, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын индереү мөмкин тип иҫәпләйем. Атап әйткәндә, ошондай ғаиләләр өсөн 450 мең һум ипотека бурысын ҡаплау».
Владимир Путин ағымдағы йыл бюджетында уҡ ошо сараларҙы яңынан иҫәпләргә һәм күҙ уңында тоторға тәҡдим итте. 2021 йылдың аҙағынаса яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк. 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу зарур. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш, тип билдәләне дәүләт башлығы.