Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2019, 12:31

Йәмәғәт советы булдырыла

Район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы Стәрлебаш районында муниципаль белем биреү ойошмалары ғәмәлгә ашырған белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыу шартары сифатын бойондороҡһоҙ баһалау үткәреү буйынса Йәмәғәт советы булдыра.

Бойондороҡһоҙ баһалау үткәреү буйынса Йәмәғәт советы ағзалары булып уҡыусылар мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тора ала, йәғни, ошо ойошмаларҙың уставтарында, положениеларында бурыстарының береһе булып уҡыусылар мәнфәғәтен яҡлау булырға тейеш. Район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы район территорияһында эшләгән йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен бойондороҡһоҙ баһалау үткәреү буйынса Йәмәғәт ойошмаһына индереү өсөн кандидатуралар исемлеген ағымдағы йылдың 10 мартына тиклем тапшырыуҙарын һорай. Кандидатураларҙы күрһәткәндә килеп тыуған һорауҙар буйынса мәғариф бүлегенә, мониториг, диагностика һәм аналитика хеҙмәтенә (3-сө кабинет) мөрәжәғәт итергә.
Читайте нас: