Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2019, 11:52

Һалдат хеҙмәтенән фермерға

Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Арыҫлан Ҡотлошин (һүрәттә) алдында «Хеҙмәт итергәме, юҡмы?» тигән һорау торманы. «Үҙен хөрмәт иткән һәр егет хеҙмәт итергә тейеш, - тип иҫәпләй ул. Армия - ҙур булмаһа ла, тормош тәжрибәһе ул».

Ә ул үҙе төҙөлөш колледжының һуңғы курсында белем алғанда хәрби комиссариатҡа барып «үҙ теләге буйынса» ғариза яҙа. Медкомиссия үткәндән һуң «Яраҡлы» тигән мисәт барлыҡҡа килеү менән, бер нисә көндән яңы ғына хәрби хеҙмәткә алыныусылар менән Владимир өлкәһенә юллана. Шулай итеп, 2014 йылдың декабрь айында уның һалдат хеҙмәте башлана.

Армияла егет БМП-3 оператор-көйләүсе хәрби белгеслеген ала. Хеҙмәттең икенсе яртыһы Владикавказда - Төньяҡ Осетия - Алания Республикаһында үтә. Был көньяҡ төбәк, тәү сиратта, эҫе һауаһы менән уның иҫендә ҡала.

- Айырыуса, ҡыҙыу ҡояш нурҙары аҫтында икешәр сәғәт һаҡта торған саҡтар хәтерҙә, - ти Арыҫлан Ҡотлошин. - Өйгә хат яҙманым, кеҫә телефонынан файҙаландым. Тәүге мәлдәрҙә яҡындарымды бик ныҡ һағына инем, һуңынан өйрәндем. Йыш командировкаларға йөрөнөк. Миңә Беслан ҡалаһын күрергә, ҡасандыр ҡот осҡос фажиғә булған мәктәп эргәһенән үтергә тура килде. Бер нисә тапҡыр Ингушетияла булдым. «Дедовщина» булманы, һәйбәт ашаттылар, быға тиклем бер ҡасан да күрмәгән емеш-еләктән ауыҙ иттем! Әлбиттә, сафта йөрөнөм, йүгерҙем, нормативтар тапшырҙым. Бер һүҙ менән әйткәндә, армия ғүмерлеккә минең хәтеремдә ҡаласаҡ.

Әйткәндәй, Арыҫландың физик әҙерлеге һәр саҡ юғары кимәлдә. Ул бала саҡтан уҡ көрәш менән шөғөлләнгән, саңғы ярыштарында миҙалдар яулаған. Хеҙмәт иткән ваҡытта ла ярыштарҙа ҡатнашҡан.

Тыуған яғына ҡайтҡас рядовой Ҡотлошин һалдат итеген резина итеккә алмаштыра - атаһына фермер хужалығы эштәрен алып барырға ярҙам итә. Ә Әмир Вәли улының хужалығы ҙур ғына - һөрөнтө ерҙәре, ике тиҫтә эре малы, күп төрлө техникаһы бар. Улы һәм яҡындары ярҙамынан башҡа бөтә эштәрҙе еренә еткереп башҡарыу мөмкин түгел, әлбиттә.

Йәш егеттең ниәте - үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын асыу. Ул кәрәкле документтар йыя башлаған да инде. Ә күптән түгел, уҙған айҙа, Ҡотлошиндар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға - Арыҫландың һәм уның тормош иптәше Диананың ҡыҙҙары тыуған. Улар сабыйҙарына Дарина тигән матур исем ҡушҡан.

Әңгәмә аҙағында мәҡәлә геройына фотоға төшөрөр өсөн бер нисә минутҡа әрме беретын кейеүен һораныҡ. Сөнки был һәр һалдат ғорурлығы.

- Әлбиттә, - тине Арыҫлан. - Беретты мин хеҙмәт тураһында иҫтәлек итеп ҡәҙерләп һаҡлаясаҡмын.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: