Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2019, 12:48

Урындағы Айболит менән осрашыу

Күптән түгел, Аллағыуат төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ғәҙәти булмаған бик фәһемле осрашыу булды.

Мәктәптә участка ветеринар табибы Фаил Рәжәпов булып китте. Мәктәп һәм ветеринария араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар тип һорырһығыҙ. Ә бына ниндәй, Фаил Фәйзулла улы балалар менән дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға ғына түгел, хатта беҙгә лә хәүефле хайуандар сирҙәре темаһына файҙалы әңгәмә әҙерләп үткәрҙе.

Асыҡланыуынса, ундай сирҙәр бер нисә икән. Шуларҙың киң таралғаны - ҡотороу сире, эхинококкоз, бруцеллез. Сығышында Фаил Рәжәпов хайуандар араһында бигерәк киң таралған ҡотороу сире тураһында һөйләне, сөнки ауыл ерендә йәшәгән һәм хайуандар менән йыш бәйләнешкә ингән һәр кемдең ошо сиргә дусар булыуы мөмкин. Ветеринар шулай уҡ үҙеңде йорт хайуандары алдында нисек дөрөҫ тоторға, эт тешләгәндә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында ентекле һөйләне. Балаларға дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ менән уйнағандан һуң шәхси гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү тураһында ентекле һөйләне.

Осрашыу барышында уҡыусылар бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт белде.


Әнисә РӘЖӘПОВА, Түбәнге Аллағыуат төп белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: