Беҙҙең Тәтер-Арыҫлан ауылында ла аптека пункты бар. Оҙаҡ йылдар унда эшләгән Нурия Ғүмәрова яҡын-тирә ауыл халҡы өсөн бик ҡәҙерле кеше. Ер йөҙөндә бөтөнләй һау-сәләмәт кешеләр булмаған кеүек, дауаланыу өсөн дарыуҙар һатып алыу урыны барыбыҙға ла кәрәк. Үҙ эшен яҡшы башҡарған, дарыуҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙе булдырған яуаплы белгес ул. Район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауыл халҡы һәм дауалау амбулаторияһы табиптары өсөн дә ысын мәғәнәһендә «таяныу нөктәһе»! Табипҡа күренергә килеүселәр барлыҡ кәрәкле дарыуҙарҙы шунда ғына урынлашҡан аптеканан һатып ала ала.
Нурия Ғабдрахман ҡыҙы Стәрлебаш ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫә. Мәктәптән һуң Бөрө фармацевтика училищеһын тамамлап, Стәрлебаш аптекаһында эш башлай. Ике йылдан Тәтер-Арыҫлан егетенә кейәүгә сығып, шул ауыл аптекаһына мөдир булып килә һәм бына 36 йыл инде бер урында эшләй.
Ул эшкә ҡайтҡан 80-се йылдарҙа Тәтер-Арыҫландағы бүлек, амбулаторияһы булған ҙур ғына участка дауаханаһын хеҙмәтләндергән 246-сы һанлы аптека тәүлек әйләнәһенә эшләне. Унда өс кеше - мөдир, фармацевт һәм йыйыштырыусы эшләй ине. Процедуралар, физкабинет өсөн кәрәкле шыйыҡсалар, порошоктарҙы урында эшләп бирә торғайнылар. Бынан тыш, Тәтер-Арыҫлан участкаһына ингән ауылдарҙағы һигеҙ аптека пунктын кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итте.
90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу, оптималләштереү һылтауы менән ябылған стационар менән берлектә аптеканың да ихтыяжы кәмей бара һәм унда бер генә хеҙмәткәр ҡала. Үҙенең айырым ҙур бинаһынан амбулаторияға күсә һәм 2009 йылда заманса төҙөлгән яңы бинаның бер мөйөшөндә урын ала.
Уның ишеге барыһы өсөн дә һәр ваҡыт асыҡ, был бүлмәгә инеү күңелле. Нурия Ғабдрахман ҡыҙы һәр кемде иғтибар менән тыңлай, табип яҙған кәрәкле дарыуҙарҙы ҡарап бирә. Төрлө сирҙәрҙең билдәләре буйынса ниндәй дарыу килешәсәген, ҡайһыһы ярамағанын, уларҙың миҡдарын, нисек ҡулланырға кәрәклеген яҡшы белә. Ҡарап тороуға аҙ һүҙле, әммә төплө белемле Нурияға ветеринарияны ла яҡшы белеүендә тормош иптәше Сәлихйәндең ветеринар табип булыуы ла йоғонто яһағандыр, моғайын. Ирле-ҡатынлы ауыл кешеһенә бик кәрәкле хеҙмәт күрһәтеп, ял, байрам тип тормай һәр саҡ ярҙамға ашығалар.
2014 йылдан ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Сәлихйән Сәббәх улы менән улар 35 йылға яҡын татыу ғүмер кисерә. Шуның 31 йылы төп нигеҙҙә, йорт хужаһы булған ҡәйнәһе (әле мәрхүм) Мәүсилә апайға аҡыллы, уңған, сабыр холоҡло килен була. Бөгөн ул тормош иптәше өсөн терәк-таяныс, ғаилә усағын һаҡлаусы яҡшы ҡатын, ә өс балаһына ҡәҙерле, хәстәрлекле, яратҡан әсәй.
Бергә эшләгән хеҙмәттәштәре өсөн ул ышаныслы, тоғро дуҫ һәм серҙәш. Баҡсасылыҡ булһынмы, бәйләү-тегеү, йорт-ҡура, аш-һыу әҙерләү серҙәрен һәйбәт белгән Нурия апайҙан кәңәш һорау рәхәт. Бар өлкәлә лә уның тәжрибәһе ҙур. Ауыл Советы территорияһында үткәрелгән шәмбе өмәләренең береһенән дә ҡалмай, эске һәм тышҡы яғын йәшелләндереп, йәмләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, төрлө үҫентеләр алып килеп ултырта.
Ғүмәровтарҙың балалары һәйбәт уҡыны, төпсөк улдары мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Бөгөн барыһы ла юғары белемле белгестәр. Өлкән ҡыҙҙары Өфө медицина университетын тамамлап, ғаилә ҡороп, Мәскәү ҡалаһында балалар офтальмологы булып эшләй. Кесе ҡыҙҙары БДУның физика факультетында геофизик дипломы алып, апаһы йәнәшәһендә Мәскәүҙә эшләй, улдары ла БДУла белем алып, нефтсе булып вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй.
Тәртипле эшләйҙәр, матур йәшәйҙәр - Ғүмәровтарҙың ғүмер юлы бына шулай. Нурия апайҙың пенсия йәшен үтеүенә ла бер йыл үтеп киткән. Ауыл халҡы әле уның оҙаҡ йылдар эшен дауам итеүен теләй. Беренсенән - тәжрибәле белгес китһә һәм уның урынына икенсе белгес табылмаһа, был хеҙмәтте лә ябып ҡуйыуҙары ихтимал. Икенсенән - бар нимә өсөн дә район үҙәгенә барыу анһат түгел. Шуға күрә беҙ уға ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы теләйбеҙ. Ғаиләһе - балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәр саҡ һөйөндөрөп торһон, кәрәклеге менән халыҡты ла әле оҙаҡ йылдар ҡыуандырһын ине.
Люциә ДӘҮЛӘТЙӘРОВА. Фото автор тарафынан бирелде.
Тәтер-Арыҫлан - Стәрлебаш.