Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2019, 11:52

Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу дауам итә

Быйылғы ҡыш яуым-төшөмгә бай булды. Көслө итеп яуған ҡар һәм бурандары райондың юл һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен арттыра.

Стәрлебаш ауылында һәм тағы ла Стәрлебаш ауыл биләмәһенә ингән яҡын тирәләге ун ауылда юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу менән «Стәрлебаш Торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы шөғөлләнә. Әлеге предприятие тракторсыларының эш көнө, ҡағиҙә булараҡ, бик иртә башлана. Автомобилселәр һәм йәйәүлеләр күпләп йөрөй башлағанға тиклем юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға кәрәк. Ҡар күп яуғандан һуң, ҡар таҙартыу техникаһы юл һала, артабан көн дауамында уны киңәйтеү менән шөғөлләнә. Ҡар таҙартырға көн һайын һигеҙ берәмек техника сыға. МТЗ тракторҙарында юлды таҙартыу менән Шакир Хәйруллин, Хәлит Байморатов, Фәрих Рәхимҡолов, Тимерйән Сараев, автогрейдерҙа - Фәрғәт Сатучин, КамАЗда - Мөҙәрис Латипов, ЗИЛда - Талип Шәрипов, Т-150 тракторында - Иншар Хәмитовтар мәшғүл. Эш күләме ғәйәт ҙур. Район үҙәгендә генә 50 урамды, шулай уҡ тыҡрыҡ, тротуар, майҙансыҡтарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. Был эште тиҙ арала тамамлау мөмкин түгел. Шуға күрә, түҙмәҫ ауыл халҡынан теге йәки был урамды, тыҡрыҡты тиҙерәк ҡарҙан таҙартыуыбыҙҙы һорап шылтыратыуҙар була.

- Әлеге ваҡытта бөтә техника ла эшкә йәлеп ителде - ҡар менән ныҡышмалы көрәшәбеҙ. Көсөргәнеш махсус техникаға бик ҙур. Бынан тыш тракторҙар бик иҫкергән, уларҙың икеһе генә башҡаларға ҡарағанда бер аҙ яңыраҡ, - тип һөйләй төҙөкләндереү буйынса «Торлаҡ-коммуналь сервис» мастеры Фәнил Ибәтуллин.

Буран һәм күпләп яуған ҡарҙан һуң урамдарҙы иртәнге сәғәт биштән алып таҙартыу менән мәшғүл булған хеҙмәткәрҙәр һүҙҙәре буйынса, кешеләр юл ситендә ҡалдырған автотранспорт арҡаһында махсус техника эше күпкә ҡатмарлаша. Тағы ла бер күңелһеҙ мәл - шәхси йортта йәшәгән ҡайһы берәүҙәр ҡарҙы юлға ырғыта, улар бының менән авария хәүефен арттыра, сөнки еңел машинаға бындай юлда йөрөү ауырлаша.

Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, асыҡланыуынса, арзан түгел икән. Тәүлегенә 700 литр тирәһе яғыулыҡ сарыф ителә, аҡсаға әйләндергәндә был 30 мең һумдан ашыу.

Бер юлы ҡарҙы район үҙәгенән сығарыу сараһы ла алып барыла, юлдарға ҡом һибелә.

Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эше ҡыҙыу булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер граждандар уларға ҡарата ризаһыҙлыҡ та белдерә, йәнәһе, ҡарҙы бик әкрен, сифатһыҙ таҙарталар, һәм һәр ерҙә лә түгел. Юлдар торошо йыш ҡына социаль селтәрҙәрҙә лә тикшерелә. Әммә ҡәнәғәт булмаған граджандар һорауҙарына коммуналь хеҙмәттәкәрҙәр яуап бирер.

- Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең быға ваҡытыбыҙ юҡ. Беҙ урамдарҙы тиҙерәк ҡарҙан таҙартып, уларҙы тәртипкә килтерергә ашығабыҙ, - ти улар был хаҡта.

Фаягөл ЙОСОПОВА.
А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: