Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2019, 12:00

«Ҡояшҡай» балалар баксаһының сағыу ҡояшы

Бәләкәй генә сумкаһында урта белем тураһында аттестат, ә күңелендә - бала саҡтан хыялланған һөнәр алыу теләге. Уҡырға яратыуы, китапҡа һөйөүе мәктәпте тамамлаған Гөлшатты китапхана техникумына алып килә. Әммә уҡырға инер өсөн уға бер нисә балл етмәй. - Киләһе йылда инеп ҡарармын, - ти ҡыҙ өйөнә ҡайтҡас ата-әсәһенә. Улар иһә ҡыҙҙарының белем алырға ынтылыуына шат ҡына була, сөнки үҙҙәре ғүмер буйына ябай эшсе була. Атаһы - МСОла водитель, ә әсәһе - колхозда эшләй.

Бер йылды бушҡа үткәрмәҫ өсөн, Гөлшат әле коррекция мәктәп-интернаты бинаһында урынлашҡан 3 һанлы балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Бындағы бөтә һөнәр буйынса эшләп ҡарай, балалар баҡсаһы мөдиренән тыш, әлбиттә. Ул ваҡытта балалар баҡсаһының үҙенсәлекле мөхитен, кескәйҙәрҙең шау-шыуын бик ныҡ яратып өлгөрә. Тәрбиәсегә уҡырға барам, тип ҡарар итә ул.

Конкурс ғәйәт ҙур булһа ла - бер урынға ете кеше - уҡырға ингәндә ауырлыҡтар булмай. Педагогия училищеһында белем алғанда иң яҡшы студенттарҙың береһе була. Яҡшы ойоштороу һәләте өсөн төркөм старостаһы, комсорг итеп тәғәйенләнә һәм хатта семинарҙарҙа ла ҡатнашып, ҡала балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә асыҡ занятиелар күрһәтә!

Диплом алғас Стәрлебашҡа ҡайта. Һәм икенсе көндө тиерлек шул уҡ 3-сө балалар баҡсаһында эш башлай. Күңел биреп, дәртләнеп эшләй. Ике йылдан уны мәғариф бүлеге начальнигы Хәйҙәр Сәғиҙуллин кабинетына саҡырта.

Әңгәмә ҡыҫҡа була:

- 1-се балалар баҡсаһына методист булып бараһың.

- Үҙ урынымдан киткем килмәй, - ти ул.

- Һин - партия ағзаһы. Һин бурыслы!

Иҫке генә бинала урынлашҡан 1-се балалар баҡсаһында уңайлыҡтар юҡ тиерлек. Бер нисә аҙна айырмалыҡ менән Зөлфирә Муллаяр ҡыҙы Зәйнетдинованы мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Тәүге көндән үк һәр кем үҙенә түгел, ә бергә, берҙәм эшләргә килешәләр.

Ул ваҡытта методик материалдар юҡ тиерлек, йыш ҡына кадрҙар проблемаһы ла була. Ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе берҙәм хәл итәләр. Ваҡыт үтеү менән, 80-се йылдар аҙағында, баҡса ике ҡатлы яңы бинаға күсә, бында кескәйҙәр өсөн бөтөнләй башҡа шарттар булдырыла. 22 йыл өлкән тәрбиәсе булып эшләп, Гөлшат Мансур ҡыҙы 12 йыл элек, Зөлфирә Муллаяр ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, учреждениеға мөдир булып ҡала.

Ул үҙ эшенә бик күп көс, энергия һала. Бинаның матди-техник базаһы яҡшыра, эшкә һәләтле, һөнәри коллектив булдырыла. Бөгөн 1 һанлы балалар баҡсаһы райондың абруйлы мәктәпкәсә учреждениеларының береһе. Баҡса коллективы - күп һанлы район, республика конкурстары призеры һәм еңеүсеһе, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары быға асыҡ дәлил булып тора. Уйын бүлмәләре, спорт залы ғәйәт ҙур фантазия менән матур итеп биҙәлгән. Баҡса территорияһы сағыу әкиәт илен хәтерләтә. Тәрбиәселәрҙең ҡулдан яһалған әйберҙәре, төрлө төҫтәргә буялған террасалар, бихисап сәскәләр һәм үҫемлектәр. Ошондай матурлыҡты булдырыуҙа тәрбиәселәргә ата-әсәләр ҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Учреждениеға «өҫтәге» етәкселек тә ярҙам күрһәтә. Гөлшат Мансур ҡыҙы билдәләүенсә, ошо йылдар дауамында уға һәр ваҡыт район етәкселеге һәм мәғариф бүлеге ярҙам итә, бер үтенесен һәм тәҡдимен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар.

Гөлшат Йәғәфәрова эшен ярата. Вазифаһы ла етди. 150 бала (шул тиклем кескәй баҡсаға йөрөй) һәм 30ҙан ашыу хеҙмәткәр өсөн яуаплы булыу - еңел түгел. Бынан тыш, Тәтербаш, Баҡый, Тормай ауылдарында мәктәпкәсә учреждениелар ошо балалар баҡсаһы филиалы булып тора.

Эш көнөн Гөлшат Мансур ҡыҙы төркөмдәрҙе йөрөп сығыуҙан башлай. Уларҙың һәр ҡайһыһына инеп, тәрбиәселәр, балаларҙың ата-әсәләре, кескәйҙәрҙең үҙҙәре менән әңгәмәләшә. Уның ҡарашынан бер нимә лә: ҡыйыҡтағы боҙмармаҡ та, тайғаҡ юл да ситтә ҡалмай. Аҙыҡ-түлек сифатына ул айырыуса иғтибар бирә, сөнки кескәйҙәр сифатлы һәм файҙалы туҡланырға тейеш тип иҫәпләй ул. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпкәсә учреждениеларҙың туҡланыуын аутсорсинг системаһына күсергәс, сифатлы туҡланыу темаһы иң проблемалыларҙың береһенә әүерелә.

Ул талапсан һәм ғәҙел етәксе генә түгел, һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй ҙә. Тормош иптәше Рауил Әнүәр улы менән татыу ғаиләлә ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Рәлиф, ике юғары белем алып, Нижневартовск ҡалаһында эшләй. Ул - полиция хеҙмәткәре. Тормош иптәше Юлия менән Карина исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, уны өләсәһе һәм олатаһы һөйөп туя алмай. Бәләкәй улдары Ринат, колледжды тамамлап һәм бер йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, әлеге ваҡытта Нефтеюганск ҡалаһында электромонтажсы булып эшләй. Ситтән тороп юғары белем ала.

Гөлшат Мансур ҡыҙы - һәйбәт хужабикә. Ул кулинар ҙа, ашнаҡсы ла. Ә балалар баҡсаһында йәй аҙағында георгиндарҙың нисек сәскә атҡанын күрһәгеҙ икән! Эре, күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу сәскәләр көҙгө ҡырауҙарға тиклем ата.

Ошо көндәрҙә Гөлшат Мансур ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй. Күркәм, сөнки тормошто аңлау, аҡыллылыҡ һәм билдәле тәжрибә туплар өсөн лайыҡлы ғүмер үтелгән. Шул ваҡытта үҙе теләгән китапхана техникумына уҡырға инһә, йә иһә беренсе уңышһыҙлығынан һуң ҡалала ҡалһа уның тормошо нисегерәк ҡоролорон хәҙер әйтеүе ауыр. Әммә был уның яҙмышы, уның юлы, унан ситкә тайпылып булмай. Һәм кәрәкмәй ҙә. Ул - сағыу, бай, ҡыҙыҡлы һәм, әлбиттә, бәхетле! Юбилейығыҙ менән!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: