Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2019, 13:11

Проблемалар бергәләп хәл ителә

Уҙған шаршамбы көндө, 30 ғинуарҙа, Ҡабыҡҡыуыш ауыл мәҙәниәт йортонда район хакимиәте башлығы, район хеҙмәттәре етәкселәренең халыҡ менән иҫәп буйынса етенсе осрашыуы булды.

Тәүҙә шуны билдәләп үтке килә - ауыл халҡы был осрашыуға һорауҙар бирергә, проблемалар күтәрергә генә түгел, ә, форсаттан файҙаланып, рәхмәттәрен дә белдерергә килгән. Новый Мир ауылы халҡының юл ҡатламын күтәргәндәре һәм ауыл урамдарына ҡырсын түшәгәндәре өсөн район хакимиәте һәм «Жилкомсервис» етәксеһе адрестарына ҡарата ошондай һүҙҙәрҙе ишетеү һөйөнөслө булды. Ә Өлфәт Усманов ауылдаштарына ауыр ваҡытта ярҙамдары өсөн ихлас рәхмәтле. Ағымдағы йылдың ғинуарында уның өйөндә янғын сыҡҡан. Битараф булмаған ҡабыҡҡыуыштар ярҙамы арҡаһында уның эҙемтәһен ул бөтөргән дә инде.

Һуңғы йылдарҙа республика, район һәм урындағы бюджет ярҙамы менән район ауылдарында проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бик күп эш башҡарылыуы тураһында әйтеп үтеү артыҡ булмаҫ, тип уйлайым. Ауыл халҡының да ошо эштәрҙән ситтә ҡалмауы һөйөндөрә. Тәүҙә улар урындағы хакимиәт менән көнүҙәк проблемаларҙы билдәләй, ә һуңынан уны хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһендәге эштәрҙең торошо шундай. Был турала уның башлығы Ринат Әхмәтов һөйләне. Күндерәк йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлағандар. Ҡабыҡҡыуыш мәктәбендә матур һәм уңайлы булып ҡалған - бында коридорға ремонт яһалған, канализация үткәрелгән (хәҙер уңайлыҡтар бина эсендә), тәҙрәләрҙе алмаштырғандар. Ағымдағы йылға ла пландар билдәләнгән: ауыл хакимиәте тарафынан «Берҙәм Рәсәй» партияһы конкурсында ҡатнашып, ауылдың урам яҡтылығын яңыртыу буйынса республика программаһына инеү өсөн документтар әҙерләнгән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәле территорияһын төҙөкләндереү күҙаллана. Ҡабыҡҡыуыштар һәр ваҡыт әүҙем. Һәм был юлы ла уңайлы мәлдән файҙаланып һорауҙарын бирҙе, проблемаларын күтәрҙе. Мәҫәлән, фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Надежда Һөйәрембәтова медицина учреждениеһы бинаһын һыу менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны, ә ауыл старостаһы Мәрғизә Собханғолованы, башҡа ауылдаштары кеүек үк, урындағы почтаның авариялы бинала урынлашыуы борсоно. Яуаптарға ҡарағанда, тейешле хеҙмәттәр ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫ.

Ошондай осрашыуҙар үткән башҡа ауылдарҙағы кеүек үк, йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, хеҙмәттәр етәкселәре ҡатнашты. Ә ауыл халҡы уларҙың сығышы барышында һорауҙарын бирҙе, фекерҙәрен белдерҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңайлы мөхиттә власть һәм халыҡ араһында файҙалы әңгәмә үтте.

М.ҒӘНИЕВ. Автор фотолары.



Читайте нас: