Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 12:06

Саф һауала йөрөү ғүмерҙе оҙайта

Әлеге ваҡытта скандинав йөрөүе менән шөғөлләнеүселәр үтеп барыусыларҙа артыҡ аптыраулы ҡараш тыуҙырмай. Йәмғиәт саңғыныҡына оҡшаш таяҡтар менән атлап йөрөүсе ҡатындар һәм ир-аттарға яйлап өйрәнә.

Ауыл халҡының да ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүе һөйөнөслө. Мәҫәлән, Түбәнге Шәкәр ауылынан Нәфисә Алтынбаева икенсе йыл скандинав йөрөүе менән шөғөлләнә. «Уның файҙаһы нимәлә?» тигән һорауыбыма түбәндәгесә яуап бирҙе:

- Беҙ байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ районының Николаевка ауылында йәшәнек. Балалар баҡсаһында эшләнем. Бер нисә йыл элек тыуған ауылыбыҙға ҡайттыҡ. Урындағы хужалыҡта һауынсы булып эшләнем. Ике йыл элек хаҡлы ялға сыҡтым. Һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы күтәрелеп, баш ауырыуы менән интектем. Хәҙер скандинав йөрөүе тураһында күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Көҙөн уның менән шөғөлләнергә ҡарар иттем һәм ауыл урамдары буйлап үттем. Бер нисә көндән үк еңеллек килде, йоҡом яҡшырҙы, ҡан баҫымы һәйбәтләнде. Һәм бына, ике йыл рәттән, мин көн һайын 2-3 км үтәм. Йыш ҡына минең менән Мәсүрә Сәйфетдинова, Фәриҙә Заманова, Рәйлә Заманова, Әлифә Байназаровалар ҙа йөрөй. Шуға күрә сәләмәтлегегеҙҙе үҙегеҙ хәстәрләгеҙ, тип саҡырам.

Йәлембәт ауылынан Рәйсә Ҡыҙрасова шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы. 2016 йылда ул ике тапҡыр инсульт кисерә. Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында дауалана, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында реабилитация курсы үтә, бында дауалаусы табип Эльвира Юрьевна тәүҙә уға йәйәү йөрөргә тәҡдим итә, был диагнозда скандинав йөрөүе ярамай икән.

- Бер нисә метрҙан башланым, һәм яйлап ҡына уны арттырҙым. Хәҙер йәйен дә, ҡышын да, йәғни йыл әйләнәһенә кисен беҙ күршеләребеҙ менән саф һауала йөрөйбөҙ. Яҙын тәбиғәт уяныуына һоҡланып, йәйен Ашҡаҙар һәм Күндерәк йылғалары ярҙары буйлап үтәбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙағы тәбиғәттең хозурлығына, ҡоштарҙың һайрауына һоҡланып туя алмайбыҙ. Тәбиғәт менән гармонияла йәшәргә кәрәк тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ул беҙгә ғүмер биргән, ә беҙ уның ҡанундары буйынса йәшәргә кәрәклеген онотабыҙ. Әгәр беҙ уны аңлап, тойорға өйрәнһәк, һаулыҡҡа бәйле бик күп проблемаларҙан ҡотолоу еңелерәк икән. Тәбиғәт ауырлыҡтарҙы еңер өсөн көс-ҡеүәт һәм ҡөҙрәт бирә. Хәҙер үҙемде һәйбәт хис итәм, - тип һөйләй Рәйсә Булат ҡыҙы.

Ул белеме буйынса медицина хеҙмәткәре. Ике тиҫтә йылға яҡын урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән. Ҡыҫҡартылыуға эләккәс, һөнәрен бухгалтерға алмаштырған. Бөгөн хаҡлы ялда. Буш ваҡытында ҡул эше менән шөғөлләнә. Әңгәмәсем билдәләүенсә, ауылдаштары Фәнүрә Исхаҡова, Рәйес Исхаҡов, Флүзә Дауытова һәм Зиләрә Сәғетдинова сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусылар сафтарына әүҙем ҡушылған.

Белгестәр раҫлауынса, скандинав йөрөүе, мәҫәлән, йүгерергә ярамағандар өсөн яҡшы ысул. Кардиологтар уны кардиокүнекмәләр сифатында тәҡдим итә. Шулай уҡ ошондай әүҙемлек төрө - үткәрелгән сирҙәр йәки операцияларҙан һуң дауалау, реабилитация физкультураһы өлөшө. Скандинав йөрөүе менән ниндәй ҙә йәштә шөғөлләнә башларға мөмкин.

Тән ауырлығын ташларға теләүселәр ҙә етди диета тотмайынса һәм артыҡ физик көсөргәнештәрһеҙ быны эшләй алыуы ҙур өҫтөнлөк булып тора.

Был спорт төрө ниндәйҙер махсус әйберҙәр талап итмәй. Уның менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы аяҡ кейеме һәм таяҡтар, ә иң мөһиме - теләк кәрәк. Таяҡтарҙың бейеклеге индивидуаль һайлана. Уларҙы магазиндарҙа спорт бүлектәрендә һатып алырға мөмкин. Шуны белеү зарур, таяҡтар бейегерәк булған һайын көсөргәнеш күберәк.

Ошо мәҡәлә баҫылып сыҡҡандан һуң районда скандинав йөрөүен һөйөүселәр һаны көндән-көн артыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Был спорт төрө бик ябай һәм барыһына ла ҡулай.

***

Ғалимдар раҫлауынса, ҡышын саф һауала йөрөү йәйгегә ҡарағанда сәләмәтлеккә күберәк ыңғай йоғонто яһай. Уның сере һалҡын һауаға бәйле. Унда, йылы һәм тонсоу көндәрҙән айырмалы рәүештә, кислород кимәле юғары. Шуға күрә һалҡын һауала йөрөү айырыуса тире ауырыуҙары менән яфаланыусы кешеләргә ыңғай йоғонто яһай. Ул һытҡылы кешеләрҙең тире торошон яҡшырта, матурайып ҡала. Һалҡын һауала йөрөү йыш ҡына башы ауыртҡан кешеләргә лә ярҙам итәсәк, сөнки йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге яҡшыра. Бынан тыш, түбән температура сыныҡтыра, иммун системаһын яҡшырта һәм организмдың ҡаршы тороусанлығын арттыра.

Ҡышын саф һауала йөрөү күберәк файҙа килтерһен өсөн урамға кисен, автомобиль хәрәкәте кәмегәс сығырға кәңәш итәләр. Кисен саф һауала йөрөү тиҙерәк йоҡлап китергә, йоҡо сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк, ә был иһә дөйөм һаулыҡ торошонда шунда уҡ һиҙелә. Тышта йөрөү өсөн парк зоналарын, йылға буйҙарын, транспорттан алыҫ булған маршруттарҙы һайларға кәрәк.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.



Читайте нас: