Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2019, 11:55

Мәсьәләләр ауыл халҡы ярҙамы менән хәл итерлек

Район хакимиәтенең ауылдар халҡы менән үткәргән осрашыуҙарҙа ҡатнашып, шундай фактты билдәләп үтке килә - ҡайһы мәҙәниәт учреждениеһында үткәрелһә лә, һәр ерҙә йылы, өҫкө кейемһеҙ ултырырға мөмкин. Буҙат ауыл мәҙәниәт йортонда ла шулай булды, бында шаршамбы, 23 ғинуарҙа, кеше байтаҡ йыйылғайны. Өҫтәүенә, ирекһеҙҙән ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтар ҡышҡы ваҡытта бөтөнләй йылытылмауы, йә иһә торбаларҙа һыу туңмаҫлыҡ ҡына бер аҙ йылытылыуы иҫемә төштө...

Әйтергә кәрәк, халыҡ күп ине. Буҙат ауыл биләмәһе халҡы район хакимиәте башлығына, хеҙмәттәр етәкселәренә һорауҙар биреү мөмкинлегенән тулыһынса файҙаланды. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер, моғайын, сөнки улар район үҙәгенән иң алыҫ ауыл биләмәһендә, Ырымбур өлкәһе сигендә йәшәй. Стәрлебашҡа барып (был 50-60 км), сиратта тороп, ҡабул итеүгә эләгеү, ә һуңынан йәнә өйгә ҡайтыу - был, әйтәйек, еңел түгел.

Ауыл биләмәһендә эш торошо тураһында уның башлығы Салауат Сәфәрғәлиев һөйләне. Элек булған бөтә учреждениелар ҙа тиерлек бөгөн дә эшләй: мәктәптәр, балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт учреждениелары һ.б. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре үҙгәреш кисергән. Бының төп сәбәбе - демография. Ә ул, тура әйткәндә, бик насар хәлдә. Алты ауылда 889 кеше теркәлгән. 63 өй һүтеп алынған, 475 өй ҡалған, 151е - буш тора. Пенсионерҙар - 321, 80 йәштән өлкәнерәктәре - 88 кеше. Эшкә яраҡлы йәштәр - 437, шуларҙың 45е вахта ысулы менән эшләй, 104е ҡалала йәшәй, студенттар - 36. Уҙған йылда 20 кеше вафат булған,өс бала тыуған.

Уҙған йылда ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан (халыҡ менән бергә) башҡарылған бихисап эштәр араһында түбәндәгеләрҙе билдәләп үтергә мөмкин - Өсөгән-Әсән ауылы зыяраты ихатаһын ремонтлау, ауыл зыяраттарын таҙартыу, ике мобиль янғын комплексы - береһе урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы, икенсеһе - республика бюджеты иҫәбенә алынған.

Ағымдағы йылда планда - урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Өсөгән-Әсән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир-яҡташтар хөрмәтенә обелиск ҡуйыу, зыярат ихатаһын ремонтлауҙы тамамлау.

Бөтә ерҙәге кеүек үк, сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыуҙы ойоштороу мәсьәләһе киҫкен тора. Ошо маҡсатта 16 контейнер майҙансығы эшләп, контейнерҙар һатып алырға кәрәк буласаҡ.

Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, ауыл халҡын социаль-иҡтисади хәл-торош менән таныштырғас, барыһына ла программаларҙа ҡатнашҡандары, урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе. Спиртлы эсемлектәрҙе саманан тыш ҡулланыу мәсьәләһендә туҡталып, халыҡты ошо афәткә ҡаршы бергәләп көрәшергә, спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыусыларға ҡарата битараф булмаҫҡа саҡырҙы.

- Урындағы власть, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм халыҡтың берҙәм тырышлығы менән генә ошо көнүҙәк проблеманы хәл итергә мөмкин, - тине Фәнүр Зөфәр улы. Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, районда ауыл хужалығы белгестәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар етешмәүен билдәләне. Ошо проблеманы хәл итеү буйынса эштәр алып барыла, әммә бында берҙәм эш кәрәк, ата-әсәләр балалары уҡыуын тамамлағандан һуң ауылға ҡайтһын өсөн аңлатыу эштәре алып барырға тейеш, сөнки хәҙер бында ла шарттар һәйбәт.

Халыҡтың һорауҙары бик күп булды. Көнүҙәктәрҙең береһе - Буҙат ауылын һыу менән тәьмин итеү - уны хәл итеү ғәйәт ҙур финанс сығымдар талап итә. Әммә ул хәл итерлек, халыҡ ярҙамы менән проект документацияһын әҙерләргә кәрәк (был сығымдарҙың аҙ өлөшө), һуңынан һыу үткәреү республика программаһына индереләсәк. Ошондай юл менән Тәтер-Арыҫлан ауылында мәсьәләне хәл иттек, яҡын арала ул шулай уҡ Тормай, Баҡый ауылдарында хәл ителәсәк, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы.

Күптәрҙе баҫыуҙарҙы ағыулы химикаттар менән эшкәрткәндән һуң бал ҡорттарының үлеүе борсоно. «ТОЛПАР» йәмғиәте етәкселегенә ошондай планлаштырылған эш тураһында халыҡҡа алданыраҡ хәбәр итергә, ә дельтапландарҙы ошо маҡсатта киләсәктә бөтөнләй ҡулланмаҫҡа тәҡдим ителде.

Бөтөн ерҙәге кеүек үк, юлдар буйынса ла һорауҙар булды. Буҙаттан Өсөгән-Әсәнгә тиклем участка юл ремонт-төҙөлөш идаралығы көсө, ә ауыл эсендә - ауыл хакимиәте тарафынан ремонтланасаҡ. Буҙат ауылына ингән ерҙәге күпергә күптән ремонт талап ителә. «Ысынлап та, ул насар торошта, тейешле хат юғарылағы ойошмаға ебәрелде, яуап көтәбеҙ». Юл идаралығы баш инженерының яуабы ошолай булды.

Буҙат ауыл биләмәһе - районда кеҫә элемтәһе булмаған берҙән-бер территория. Әммә был мәсьәлә бөгөн дә асыҡ ҡала - ул ауыл хакимиәтенең дә, район хакимиәтенең дә компетенцияһында түгел, ә кеҫә элемтәһе операторҙары уны хәл итергә ашыҡмай, күрәһең, улар өсөн проекттың иҡтисади нигеҙлелеге мөһим.

- Ғүмер буйына урындағы колхозда эшләнем, 39 йыл стажым бар, ә минең пенсиям артманы, - тип белдерҙе үпкәһен Пенсия фондына оло йәштәге апайҙарҙың береһе.

- Түләүҙәр күләмен ҡайтанан иҫәпләү һәм ауыл хужалығында эшләгән өсөн тейешле өҫтәмәләр тәғәйенләү автоматик рәүештә башҡарылды, йәғни, пенсионерҙар ғариза тапшырманы. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай күңелһеҙ факттар бар. Әгәр законлы нигеҙҙәр булһа быны төҙәтеп була, компенсация менән ҡайтанан иҫәпләү 2019 йылдың 1 ғинуарынан башҡарыласаҡ, - тип яуап бирҙе район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова. Ул уның, шулай уҡ ошондайыраҡ һорауҙары булған башҡаларҙың исемдәрен яҙып алды. Шулай уҡ ауыл халҡының һорауҙары булһа, идаралыҡтың клиенттар хеҙмәтенә килергә йәки 2-20-33, 2-20-62 телефондары буйынса шылтыратырға кәрәклеген хәтергә төшөрҙө.

Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров башҡаларға ҡарағанда трибуна артында иң күбе торғандыр, моғайын. Һәр кем УЗИ, ФГС-тикшеренеү, стационар дауаланыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү кеүек һорауҙарына яуап алырға тырышты. Баш табип барыһын да ентекле һәм ҡулай аңлатты.

- Эйе, хәҙер койко-урындар әҙ, элекке кеүек түгел. Билдәле тәртип бар. Мәҫәлән, дауаханаға барыр алдынан, онкологик сирлеләр һәм инвалидтар урындағы фельдшерға мөрәжәғәт итергә тейеш, ул сирлеләрҙе дауаханаға һалыуҙы көйләй ҙә. УЗИ - тикшеренеү буйынса белгес юҡ ине, хәҙер мәсьәлә хәл ителде, 9 ғинуарҙан табип эшләй, ФГС буйынса мәсьәлә шулай уҡ хәл ителә. Госпиталләштереүгә килгәндә - кемде амбулатор дауаларға, ә кемде дауаханаға һалырға кәрәклеген табип яҡшыраҡ белә. Өйҙә, фельдшер-акушерлыҡ пунктында система ҡуйырға ярамай, был оҙайлы һәм еңел булмаған процесты медицина хеҙмәткәре даими контролдә тоторға тейеш.

Үҙегеҙҙең һәм табиптың ваҡытын экономиялау өсөн, 13-01 телефоны буйынса (код - 570) табипҡа ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәк. Әгәр миңә һорауҙарығыҙ булһа, мин һеҙҙе һәр ваҡыт тыңларға, проблемаларығыҙҙы хәл итеүҙә ярҙамлашырға әҙер, - тине Илшат Иншар улы.

Тамаша залында ике сәғәтлек аралашыуҙан һуң да халыҡ өйҙәренә ҡайтырға ашыҡманы - бында, фойела, улар район хакимиәте башлығы, етәкселәр эргәһенә килеп, башҡаса хәл-шарттарҙа үҙ һорауҙарын бирҙе, фекерҙәр менән уртаҡлашты.

М.ҒӘНИЕВ. Автор фотоһы.
Читайте нас: