Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2019, 13:57

Сәскәләр донъяны йәмләйҙәр

Минзәлә Маскованың (һүрәттә) фатиры ошо ҡышҡы көндәрҙә йәйҙе хәтерләтә. Бер юлы төрлө төҫлө биш орхидея сәскә атҡан - һоҡланып туйғыһыҙ!

Беренсе орхидеяны Минзәлә Фуат ҡыҙына тормош иптәше һәм улы Руслан - 8 Март байрамына бүләк иткәндәр. Һигеҙ йыл үтһә лә, ҙур күбәләккә оҡшаған алһыу сәскәләр хужабикәне әле лә һөйөндөрөүен дауам итә. Ошо йылдар эсендә уның тағы ла бер нисә орхидея гөлө барлыҡҡа килгән: 11 сантиметр диаметрлы ап-аҡ эре һәм таплы ҡуйы ҡыҙыл төҫлө сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Йәнәшәлә генә һөт төҫлө орхидея ла һоҡланыу уята. Уның таждары ваҡ, әммә улар бик күп - 50нән дә кәм түгел!

Билдәле булыуынса, был бик талымлы үҫемлек һәм яҡшы тәрбиә талап итә. Әммә Минзәлә Маскова башҡаса уйлай:

- Иң мөһиме, гөлдәргә наҙ һәм һөйөүҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Улар быны һиҙә һәм, әлбиттә, ваҡытында һыу һибергә, уларҙы ҡояш нурынан һаҡлау зарур.

Уның сәскәләргә һөйөүе әсәһенән күскән. Ҡышын ул тәҙрә төбөндә, ә йәйен - Тормай ауылында йәшәгән ҡәйнәһенең баҡсаһында сәскәләр үҫтерә. Минзәлә Фуат ҡыҙының ҡыҙы Светланаға ла әсәһенең мауығыуы оҡшай. Әммә әлегә ул күберәк ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Ул Балалар ижад йортонда преподавателдәр Айгөл Маннанова һәм Рәйлә Хәбибуллина ярҙамында сигергә, шулай уҡ квиллинг техникаһында картиналар кеүек матур әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Улар өҫтәлгә теҙеп ҡуйылған. Ә эргәлә - сағыу, матур орхидеялар, улар ҙа, ҡыҙҙың үҙ ҡулдары менән булдырылған әйберҙәр кеүек үк, һоҡланыу уята, яҡшы кәйеф һәм ҡабатланмаҫ матурлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: