Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2019, 16:58

Ағасты япраҡ, кешене - хеҙмәт биҙәй

Мәктәп һәм ғаилә - икеһе лә бала өсөн иң мөһим. Сөнки ғаиләлә бала беренсе тәрбиә нигеҙҙәре алһа, мәктәп уға белем бирә. Баланы тәрбиәләүҙең һөҙөмтәлелеге мәктәп менән ғаиләнең ниндәй бәйләнештә тороуына бәйле. «Әҙәп барҙа – иман бар», тиҙәр. Әҙәпле кеше иманлы була. Ә был ғаиләлә һалынырға тейеш. Шуға күрә лә ғаилә институтын нығытыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе бөгөн. Бала яҙмышы өсөн яуаплылыҡ – ата-әсә иңендә. Әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреү, үҙ халҡыңа, телеңә һөйөү уятыу ата-әсә бурысы. Хеҙмәткә хөрмәт тә ғаиләлә һалына.

Беҙҙең Мортаҙа ауылында Гөлназ һәм Марсель Хоҙайбирҙиндарҙың йәш ғаиләһе йәшәй. Улар икеһе лә хеҙмәт һөйгән, тәрбиәле ғаиләлә үҫкән. Шуға күрә үҙҙәре лә, ата - әсәләре һымаҡ, тырыш һәм егәрле. Ғаилә башлығы – уңған малсы, ә Гөлназ - алыштырғыһыҙ шәфҡәт туташы. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып дүрт ҡыҙҙары үҫеп килә. Балалар тормошта ата-әсәһенән өлгө ала, сөнки «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тигән боронғолар. Марсель менән Гөлназ үҙҙәренең эшһөйәрлеге, уңғанлығы, кешелеклелеге менән балаларына өлгө булып тора. Улар һарай тултырып мал, ихата тулы ҡош – ҡорт аҫрай, баҡса тулы емеш – еләк үҫтерә. Ә ауыл тормошоноң тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ көндәлек эштәрен еңеп сығыуҙа уларҙың төп ярҙамсылары, әлбиттә, ҡыҙҙары. Рәсимә, Юлиә, Элиза, Эвелина күрше Первомайский мәктәбенә йөрөп уҡый. Улар уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, мәктәп, районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һәм шул арала өйҙө тәртиптә тотоу, йәй көнө бәпкә ҡарау, баҡсала сүп утау, һөт үткәреү, табаҡ-һауыт йыуыу кеүек көндәлек эштәргә лә өлгөрә. Ҡыҙҙар ауылда йәшәүсе олатай - өләсәйҙәре, хеҙмәт ветерандары – Райхан һәм Миңлегәрәй Хоҙайбирҙиндарҙың да хәлдәрен белеп, ярҙамлашып тора. Өйҙә эшләп үҫкән балалар мәктәптә лә уҡытыусының беренсе ярҙамсылары, дәрестә лә әүҙем, тырыштар, яҡшы уҡыйҙар. Бындай балалар маһир, сыҙамлы, сәмсел, ныҡышмалы булып үҫә. Тулы ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән бала тормошта үҙ юлын тиҙерәк таба, илебеҙгә кәрәкле, файҙалы кеше булып үҫә.


Кәримә ХОҘАЙБИРҘИНА,
Первомайский урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. Автор фотоһы.


Читайте нас: