Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2019, 12:50

Хеҙмәт, һуғыш ветераны, һәйбәт педагог

Педагогик хеҙмәт, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп балалы әсә, өләсәй, ҡарт өләсәй - Стәрлебаш ауылынан Мөнәүәрә Нафиҡоваға ошо көндәрҙә 90 йәш тулды.

Мөнәүәрә Ғафури районында тыуып үҫә. Ул Хәбирә һәм Бөйөк Ватан һуғышынан ауыр яраланып ҡайтҡан яугир, уҡытыусы һәм мәктәп директоры Әбделхаҡ Ғәйнуллиндарҙың балалары.

Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ ата-әсәһе юлынан китергә теләп, документтарын Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына тапшыра. Һөҙөмтәлә, 1946 йылдан 1984 йылға тиклем Ғафури районының Мораҡ ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ғафури һәм Әлшәй райондарының Ҡотлоғужа һәм Мырҙағол ете йыллыҡ мәктәптәрендә шулай уҡ директор була. Уның тормош иптәшен Әхмәт Нафиҡовты Стәрлебаш районына эшкә ебәргәс, урындағы мәктәптә башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусыһы булып эшләй. Шулай итеп Нафиҡовтар ғаиләһе Стәрлебаш ауылында төпләнә.

Мөнәүәрә Әбделхаҡ ҡыҙы күп балалы әсә, бихисап өй һәм йорт мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, күп йылдар дауамында мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, партия һәм профсоюз ойошмалары етәксеһе була. Уның өй архивындағы тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары М.Нафиҡованың яратҡан һөнәренә, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү эшендә күп йыллыҡ һәм маҡтауға лайыҡ хеҙмәтенә, хеҙмәт һәм ял лагерында уҡыусылар ялын оҫта ойоштора белеүҙә, шулай уҡ мәктәптә ата-әсәләр комитеты эшмәкәрлегендә намыҫлы һәм тоғро мөнәсәбәте тураһында һөйләй. Һәм бөгөн дә, күп йылдар үтеү менән, Мөнәүәрә Әбделхаҡ ҡыҙының элекке уҡыусылары яратҡан уҡытыусыларының хәлен белешеп тора, йыш шылтырата, ә ҡайһы берҙәре... хатта шиғыр ҙа бағышлай.

Мөнәүәрә Әбделхаҡ ҡыҙы, һис шикһеҙ, балаларҙы туған телгә һәм әҙәбиәткә өйрәтеүгә ижади ҡарашы менән айырылып торған тәжрибәле педагог була. Уларға тирә-яҡтағыларға яҡшы мөнәсәбәттә булырға, уларҙы яратырға, тыуған яҡтың матурлығын күрергә һәм аңларға өйрәтә ул. Шулай уҡ ҡыҙҙарына, яҡындарына, туғандарына, хеҙмәттәштәренә, күршеләренә бағышлап шиғырҙар яҙа. Тормош иптәше Әхмәт Әбделғәни улы менән иҫ киткес дүрт ҡыҙҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтерәләр.

Бөгөнгө көндә Мөнәүәрә Әбделхаҡ ҡыҙын балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре һәм биш йәшлек тыуасары һөйөндөрә. Ул ҡунаҡсыл һәм киң күңелле кеше. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, килгән һәр кемде хуш еҫле икмәк, тәмле бәлештәр, шифалы үләнле сәй менән ҡаршы ала. Һәр йәй уның урамы өй хужаһы ҡулдары менән хәстәрләп ултыртылған төрлө төҫлө сәскәләргә күмелә. Балаларын, өйгә ҡайтыу менән, бала саҡтағы кеүек үк, уның йөрәк йылыһы, күңел матурлығы, йылы ҡулдары йылыта.

Күптән түгел уға 90 йәш тулды. Юбилярҙы оло юбилейы менән ҡотларға балалары, туғандары, яҡындары, уның менән күп йылдар бер ғаилә булып, татыу йәшәгән күршеләре йыйылды. Улар юбилярға тәртипле, ышаныслы, ғәҙел, юморға бай, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға, шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлашырға әҙер торғаны өсөн ҙур хөрмәт менән ҡарай.

Шулай уҡ Мөнәүәрә Әбделхаҡ ҡыҙын күркәм юбилейы менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова йылы ҡотлап, уға сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, именлек, яҡындарының иғтибарын теләне. Ул юбилярға мәғариф системаһында күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын һәм район хакимиәтенән бүләк тапшырҙы.

Тантана уңайынан өйҙә айырыуса байрам мөхите хөкөм һөрҙө. Ветеран, бихисап ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтар кисереүгә ҡарамаҫтан, рух күтәренкелеген юғалтмаған, уның хәтере яҡшы, тирә-яҡтағыларға күңеле асыҡ һәм ҡарашы яғымлы. Бөгөнгө көндә ул балалары, туғандары һәм күршеләре иғтибары менән уратып алынған. Яҡындары өсөн тырышлыҡ, төплө белемле, сабыр холоҡло булыу үрнәге булып ҡала. Ә Мөнәүәрә Әбделхаҡ ҡыҙының оҙаҡ йәшәү сере - хәрәкәтсән һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙа, тип иҫәпләй балалары.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА.
Читайте нас: