2008 йылдың июнендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Хәбировты үҙ Хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатты. Киң мәғлүмәт саралары ул дәүерҙә Рәхимов Радий Хәбировтың Кремль тарафынан үҙенең вариҫы тип һайланыуынан ҡурҡты, тип яҙғайны. Ошо хәлдән һуң июль – сентябрҙә партияның төбәк бүлексәһе Хәбировты ике тапҡыр үҙ сафынан сығарҙы, әммә юғары бюро уны кире ҡайтара килде.
Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбировтың күптән түгел генә губернатор итеп тәғәйенләнгән коллегаларының күпселеге вазифаға үҙ-үҙен тәҡдим итеү теләген белдергәйне. “Берҙәм Рәсәй”ҙән ситтәрәк торорға тәҡдим иткән коллегаларым бар. Әммә холҡом бүтәнсәрәк. Мин ошо партия ағзаһымын, бының менән ғорурланам. Әлбиттә, мин партияның бик үҙенсәлекле ағзаһымын: ике тапҡыр уның сафынан сығарып, ике тапҡыр кире ҡайтарҙылар. Үҙ партияңды нисек яратмайһың инде?” – тине республика етәксеһе. Уның әйтеүенсә, партияны мөһим сәйәси инструмент булараҡ ҡабул итергә кәрәк.
Политолог Аббас Ғәлләмовтың фекеренсә, был дөрөҫ ҡарар: “Республикала көстө, ныҡышмалылыҡты һәм принципиаллекте ихтирам итәлр. Һуңғы ваҡыттағы сәйәси моданан баш тартып, Хәбиров урындағы һайлаусы, элита үҙ иткән сифаттарҙы сағылдыра”.