Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2019, 13:41

Ҡыштың «ҡыҙыу» мәле

Тышта ғинуар айы. Был ҡар-бурандар һәм һәм башҡа ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле миҙгел. Тимәк, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте филиалы - Стәрлебаш юл-ремонт төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн иң «ҡыҙыу» ваҡыт. Авариялы хәлдәргә килтергән ҡар өйөмдәренә юл ҡуймаҫ өсөн юлдарҙы тәртиптә тотоу зарур.

Көн һайын трассаны (ауылдар эсендәге юлдар түгел, ә тап трасса) таҙартырға 15 берәмек техника сыға. Тәү сиратта көн һайын иртән пассажирҙар һәм мәктәп автобустары йөрөгән муниципаль әһәмиәттәге юлдар ҡарҙан таҙартыла.Техника кәрәк саҡта, шул иҫәптән ял һәм байрам көндәрендә лә эшләй. Һәр транспортҡа айырым участка беркетелә. Шулай уҡ ул юлдарҙы ҡарап тотоуҙа проблемалар асыҡланған участкаларға ла ебәрелеүе мөмкин.

- Беҙҙең ойошма 249,5 км оҙонлоҡтағы муниципаль-ара һәм барлығы 137,5 км урындағы әһәмиәттәге ауылдарға инеү юлдарын хеҙмәтләндерә, - тип һөйләй Стәрлебаш юл-ремонт төҙөлөш идаралығының баш инженеры Айҙар Искәндәров. - Юлға һалған көрттәрҙе таҙартыу - бурыстың бер өлөшө генә. Юлсылар шулай уҡ ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибеү менән дә шөғөлләнә.

Хөсәйен Хәбибуллин (һүрәттә) һәр иртә ҡеүәтле техника - автогрейдер менән юлға сыға. Юл-ремонт төҙөлөш идаралығында ул күптән түгел генә эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәттәштәренең һәм етәкселектең ихтирамын һәм ышанысын яулап өлгөргән. Элегерәк Хөсәйен Хәлиулла улы себерҙә вахта ысулы менән эшләгән. Байтаҡ ваҡыт бульдозер машинисы була. Йыйған тәжрибәһе яңы эш урынында ла кәрәк була - уға шунда уҡ ике техника - бульдозер һәм автогрейдер ышанып тапшыралар, уларҙы ул һәр саҡ төҙөк тота. Октябрь айында билдәләнгән һөнәри байрамдары - юл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөндә Х.Хәбибуллин юл-ремонт төҙөлөш идаралығы етәкселегенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ә ошо көндәрҙә юлсы үҙ эшен яуаплы һәм намыҫлы башҡарыуын дауам итә. Кисә, мәҫәлән, Стәрлебаш-Нордовка маршруты буйынса сыҡҡан.

Яҙға тиклем оҙаҡ әле. Алда айҙан ашыу ҡыш көтә. Ул юлсылар, шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә тыныс үтер, ә һауа шарттары тик шатландырып торор тип ышанабыҙ.


Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: