Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2019, 17:46

Ташламалар була

Сүп-сар эшкәртеү буйынса яңы системаға күсеүгә бәйле граждандарҙың 8 категорияһына ташламалар һәм компенсациялар әҙерләнә.

Мәҫәлән, яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙар, шулай уҡ ауыр хәлле, күп балалы ғаиләләр өсөн субсидиялар ҡаралған. Ошо маҡсатта бөтәһе 7 миллиард 400 миллион һум тотоноу планлаштырыла. 1 ғинуарҙан сүп-сар сығарыу өсөн яңыса түләй башлайбыҙ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан буйынса уртаса һан бер кешегә айына 70 һумдан артмаҫҡа тейеш, ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн иһә 35 һумдан юғары булмауы мотлаҡ. Тарифтарҙы билдәләү буйынса эш ошо көндәрҙә тамамлана.

"Юлдаш радиоһы".


Читайте нас: