Сара Айҙарәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сабирйән Хәкимов сығышы менән башланды. Ул әлеге ауыл биләмәһенә ингән Родионовка, Ивановка, Айҙарәле һәм Артюховка ауылдарында йәшәүселәрҙең көндәлек тормошо тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Район бюджетынан бүленгән аҡсаға нимә эшләнеүе тураһында ауыл халҡына отчет бирҙе.
Килеүселәрҙең бер нисә урамда өйҙәрҙә һыу юҡлығына ҡағылышлы бихисап һорауҙары булды. Сабирйән Миңлезәки улы һыу үткәргес торбалары иҫке булыуы, уларҙы алмаштырырға кәрәклеге, ә насостың ҡеүәте етмәүе тураһында аңлатты. Был мәсьәлә буйынса 2019 йыл башында айырым йыйын үткәреп, унда һыу үткәргес торбаларын алмаштырыу буйынса барлыҡ проект деталдәрен аныҡ тикшерергә ҡарар иттеләр.
Шулай уҡ пай ерҙәре тураһында ла мәсьәлә күтәрелде. Ауыл халҡы сәсеү ерҙәре буш торор һәм тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмаҫ тип борсола. Район хакимиәте башлығының АПК, иҡтисад мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Фәрит Исмәғилев әлеге мәсьәлә буйынса йыйын 2019 йылдың ғинуар уртаһына билдәләнеүе тураһында хәтергә төшөрҙө һәм пай ерҙәренә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар ҙа шунда тикшереләсәк тине.
Килеүселәрҙең береһенә 450 мең һумға һатып алынған янғын һүндереү резервуары тынғы бирмәне. Әлеге мәлдә ул, төркөм активистары ҡарары буйынса, ауылда йәшәүсе бер кешенең йортонда тора. Йыйынға килеүсене һыуыҡ көндәрҙә резервуарҙағы һыуҙың туңыуы борсоно. Фәрит Вәкил улы уны һаҡлау өсөн йылытылған бина эҙләйәсәктәр, тип яуап бирҙе.
Шулай уҡ йыйылыусылар уларҙың ауылынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләү тураһында ла әңгәмәләште. Совет секретары Айгөл Мусаҡаева был турала аңлатма бирҙе.
Осрашыуҙа автомобиль юлы эргәһендә махсус юл билдәһе ҡуйыуҙар тураһында мәсьәлә тикшерелде, сөнки төп юл менән киҫешкән участкала йорт хайуандары ҡатнашлығында авариялар һаны күбәйгән. Билдә ҡуйыу тураһында тейешле органдарға рәсми рәүештә хат яҙырға ҡарар иттеләр.
Тағы ла бер көнүҙәк проблема - «ауылдың ҡартайыуы», шулай уҡ эш урындары булмауы һәм йәштәрҙең кәмеүе. Ысынлап та, ауылдарҙа йәштәр аҙ - кем Себерҙә, кем ҡалала. Фәрит Вәкил улы уларҙы ҡайтарыу өсөн шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтар асырға тәҡдим итте. Өҫтәүенә, эш башлаусы фермерҙарға финанс йәһәтенән ярҙам иткән программалар ҙа бар.
Шулай уҡ ҡарағура баҫҡан тыҡрыҡтарҙы ҡарап тотоу, күпер эргәһендә халыҡтың сүп-сар һәм тиреҫ түгеүе, ә яҡындағы шишмә территорияһының сүпләнеүе, айырыуса мал һуйғанда бысраныуы кеүек мәсьәләләрҙе халыҡ ҡыҙыу тикшерҙе. Был йәһәттән: «Сүпте таҙартҡан ерҙә таҙа түгел, ә сүпләмәгән урында таҙа була» тип әйтке килә. Был ысынлап та шулай. Шуға күрә беҙгә сығып, ихатабыҙ эргәһендә йыштырырға кәрәк! Был беҙҙең бурыс, беҙ шунда йәшәйбеҙ. Һәр кем ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан ойошторолған шәмбе өмәләренә ҡатнаша ала. Хаҡлы ялдағыларға ялға ҡайтҡан балалары ярҙам итә ала. Уларҙы ҡарау һәм хәстәрләү - беҙҙең бурыс. Дөйөм алғанда, балаларыбыҙҙы үҙ ауылдарының патриоттары итеп тәрбиәләргә, районға йәш белгестәрҙе ҡайтарырға тырышырға кәрәк. Үҙәк район дауаханаһына һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарына медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә, ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәй.
Граждандарҙы ҡабул итеү ҡыҙыу үтте һәм осрашыуға килеүселәрҙең бөтәһе лә һорауҙарына яуап алғандыр тип ышанғы килә.
Гөлдәр ҒӘФИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.