Яңы ҡайтҡан техника барлыҡ кәрәкле әйбер менән йыһазландырылған, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып уңайлы ултырғыстар ҡуйылған, өс йылытҡыс (элеккеләрендә икәү генә), портфель һәм сумкалар өсөн кәштәләр, шулай уҡ ашығыс рәүештә машинаны ремонтларға тура килһә кәрәкле инструменттар бар. Уларға заводта етештерелгән тахографтар ҙа ҡуйылған.
- Беҙ ауылдарҙан балаларҙы йөрөтөү өсөн транспорт сараһы бүлеүгә Мәғариф министрлығына заявка тапшырғайныҡ. Һәм бына беҙ уларҙы алдыҡ. Әлеге мәлдә ике яңы пазикты Йәшергән һәм Тәтер-Арыҫлан мәктәптәренә бирҙек, өсөнсөһө Ямғырсы-Тормай-Тәтербаш-Стәрлебаш маршруты буйынса йөрөй. Барлыҡ өс транспорт сараһы ла рәсмиләштерелгән, уларға дәүләт номерҙары алынған.
- Беҙҙең уҡыусылар республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа әүҙем һәм уңышлы ҡатнаша. Форд автобусын уларҙы йөрөтөү өсөн ҡулланасаҡбыҙ, ошо көндәрҙә уға кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү тамамлана. Автобус 14 кешегә иҫәпләнгән, ул аҙ сығымлы. Килешеү буйынса, транспорт сараһы өсөн водителдәр яуаплы . Ун йылдан ашыу файҙаланылған бөтә автобустар ҙа алмаштырыласаҡ. Хәҙер тағы бер нисәү ҡайтыуын көтәбеҙ, - ти район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов.
Район территорияһында уҡыусыларҙы хәүефһеҙ йөрөтөүҙе тәьмин итеү өсөн райондың төрлө ауылдарынан балаларҙы белем биреү учреждениеларына алып барыу ойошторолған. Улар тахографтар менән йыһазландырылған транспорт саралары менән йөрөтөлә. Водителдәр көн һайын рейс алдынан һәм йыл һайын медицина тикшереүе, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үтә. Бер һүҙ менән әйткәндә, балаларҙың автобустарҙа йөрөүе хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә.
Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.