Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2018, 12:10

Диспансерлаштырыу тамамлана

Диспансерлаштырыуҙың мөһимлеге, уның барышында бик күп ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкин булыуы тураһында яҙырға кәрәкмәйҙер, моғайын. Ошоно аңлап, үҙәк район дауаханаһы табиптары уны ваҡытында үтергә кәрәклеге тураһында даими хәтергә төшөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр быға битараф ҡала.

Шуға күрә 22 декабрҙә, ә был шәмбе ял көнө ине, йыл дауамында тикшереү үтмәгәндәрҙе поликлиникаға саҡырырға ҡарар ителде.

- Барлығы 2018 йылда районда яҡынса 4,5 мең кеше диспансерлаштырыу үтергә тейеш ине, - тине поликлиника мөдире Альбина Заманова. - Бөгөнгө көндә был 98% тәшкил итә.

Шәмбе көндө тикшереүгә күпме кеше килде тип ҡыҙыҡһынам.

- 40ҡа яҡын кеше, - тип дауам итә ул. - Кемдер әҙер анализдар менән килгәйне, башҡалар флюорография, ЭКГ үтте, иртән анализ тапшырҙы, ҡатын-ҡыҙҙар гинекологта тикшерелде. Уларҙы өс участка терапевы: Эльвира Йыһаншина, Рәмилә Ғәлиева һәм Эльмира Вахитова ҡабул итте.

- Тәү сиратта, диспансерлаштырыу уны үтеүселәргә үҙҙәренең һаулығы өсөн кәрәк, - тип иҫәпләй табип-терапевт Эльмира Вахитова. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр быны аңламай. Йорт һайын йөрөп, ошо сараның мөһимлеген аңлатырға тура килә. Поликлиникаға килә алмаған өлкән йәштәгеләрҙән хатта өйҙә анализ алабыҙ. Диспансерлаштырыу үтеүселәр сиратһыҙ хеҙмәтләндерелеүен аңлатабыҙ. Шуға күрә, анализ тапшырғанда йәки табипҡа ҡабул итеүгә ингәндә уларға сиратта торорға тура килмәй. Район ауылдарында был эш һәйбәт ойошторолған, ә бына Стәрлебашта - ҡайһы бер ауырлыҡтар бар. Шуға ҡарамаҫтан, диспансерлаштырыу буйынса план йыл аҙағына тиклем үтәлер, тип ышанабыҙ.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: