Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2018, 21:35

Радий Хәбировтың Ишембай районы буйлап сәфәре дауам итә

Бөгөн Республика етәксеһе Петровский балалар йортонда булды. Әле бында 24 бала тәрбиәләнә. Радий Хәбиров балалар менән аралашты һәм уларҙы Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Балалар йорто ишеге алдында Республика етәксеһен күрше Әрметрәхим ауылы халҡы көтөп алды.Төбәктә йәшәүселәр газ селтәре һуҙыу, юлдарҙы төҙөкләндереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Петровское ауылында участка дауаханаһы эшләп килә. Табиптар етешмәү сәбәпле, халыҡҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәй. Дауахана бинаһы 1971 йылғы. Капиталь ремонт күргәне юҡ. Радий Хәбировтың табиптар менән аралашҡандан һуң, Петровское дауаханаһын йәйгелеккә ремонтлау һәм дауаханаға йәш белгестәр йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
"Юлдаш".


Читайте нас: