Водителдәр айыҡлыҡҡа тикшерелә. Был аҙнала ла юл полицияһы махсус операция уҙғара. Профилактик саралар бөгөн һәм иртәгә республиканың бөтә райондарында ойошторола. Иҫерек килеш руль артына ултырыуҙа шик булғандар алкотестер менән тикшерелә, йә медицина учреждениеһына оҙатыла. Нормалар ҡәтғиләшеүгә ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу руль артына ултырыусылар даими тотолоп тора.