Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 11:39

Мөһим проблемалар тикшерелде

Шишәмбе көндө Һарайҫа ауыл биләмәһендә район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның урынбаҫарҙары һәм райондың тиҫтәнән ашыу хеҙмәттәре етәкселәре ҡатнашлығында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү үткәрелде.

Бер нисә йыл элек ошондай аралашыу беҙҙә ҡулланыла ине инде. Ул ике яҡ өсөн дә уңайлы: район етәкселеге урында проблемалар менән таныша ала, халыҡҡа ла яуап артынан район үҙәгенә барып йөрөргә түгел.

Әммә мәсьәләләр һәм проблемаларҙы тикшерер алдынан, Һарайҫа ауыл биләмәһе башлығы Раушан Байназарова уға ышанып тапшырылған территория менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Ошо ауыл биләмәһе составына ингән алты ауылда 1106 кеше йәшәй, шуларҙың 223ө пенсионер, 120һе уҡыусы, 513ө эшкә яраҡлы граждандар, ҡалғандары - мәктәпкәсә йәштәге балалар. Бында егәрле, әүҙем халыҡ йәшәй. Өс фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, урта мәктәп эшләй. Фермер хужалыҡтары үҫешә, «Күндерәк» ауыл хужалығы предприятиеһы уңышлы эшләй.

Уның һүҙҙәрен Фәнүр Зөфәр улы ла дәлилләне. Атап әйткәндә, урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы - районда халыҡты эш урындары менән тәьмин иткән иң эре һәм ныҡ хужалыҡтарҙың береһе, ошо ауыл хужалығы предприятиеһы коллективында йәштәр ҙә ең һыҙғанып эшләй һәм был һөйөнөслө, тип билдәләне ул.

Артабан һүҙ район хеҙмәттәре етәкселәренә бирелде.

Һаулыҡ һаҡлауға бәйле һорауҙарға яуап бирер алдынан, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров йыйылыусыларҙы үлем һәм тыуым тураһында статистика мәғлүмәте менән таныштырҙы. Улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәп түгел. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа эшкә яраҡлы граждандар араһында үлем осраҡтарының артыуы күҙәтелә, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу - йыш ҡына бының сәбәбе булып тора. Илшат Иншар улы шулай уҡ диспансерлаштырыуға ла (планлы медицина тикшереүе) етди ҡарарға саҡырҙы.

- Ҡайһы саҡ кәрәкле белгескә ярты көн сиратта ултыраһың. Сөнки табипҡа «үҙ» кешеләре - шул уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре, таныштары, туғандары сиратһыҙ инә. Һөҙөмтәлә, уға йә төш еткәс кенә инәһең, йәки бөтөнләй эләкмәйһең. Һәр хәлдә беҙҙең яҡҡа 13.15 сәғәттә киткән автобусҡа һуңлайһың, - тип һөйләне был көндө проблемаһы тураһында ошо ауылда йәшәүселәрҙең береһе. Был осраҡта Илшат Иншар улы йыйылыусыларға белгестәргә Колл-үҙәк аша яҙылып булыуы тураһында әйтте. Әммә, практиканан күренеүенсә, был ысул да ҡулай ғына түгел.

- Хатта әгәр яҙылыу буйынса ҡабул итеү иртәнге 8.00 сәғәткә тәғәйенләнһә лә, табипҡа кәм тигәндә сәғәт унда эләгәһең, - тип белдерҙе ризаһыҙлығын башҡалар. Баш табип ошо мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе.

Әңгәмә барышында ауылдар халҡы Күндерәк йылғаһы ярының ишелеүенә иғтибар итергә һоранылар, сөнки ул ҡайһы бер йорттарға ныҡлы килеп еткән тиерлек.

- Ярҙарҙы нығытыу, тигеҙләү ҙур финанс сығым талап итә, - тине был йәһәттән район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин. - Ошо проблеманы хәл итеүҙә депутаттарыбыҙ ҙа ярҙам итһә яҡшы булыр ине.

Ветеринар хеҙмәт эше тураһында район ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров һөйләне, ул мал һатып алыуҙар тураһында хәбәр итеүҙәрен һораны һәм ошо өлкәлә ҡайһы бер яңылыҡтар менән таныштырҙы.

Полиция бүлеге начальнигы Илфат Ҡолһаринға ла шулай уҡ мөрәжәғәт булды.

- Һуңғы йылдарҙа өйҙәр буйлап йөрөп, йөн, иҫке әйберҙәр, металл һыныҡтары һ.б. йыйыусылар һаны күбәйҙе. Был законлымы? Сөнки улар йорттан нимә теләй шуны алып сығыуҙары ихтимал, - тип асыулана ауыл халҡы. Әйткәндәй, күптән түгел район ауылдарының береһендә ошондай «гастролерҙар» тарафынан ярайһы уҡ ҙур сумма аҡса урлау факты булған.

- Уяу булығыҙ! Шикле кешеләрҙе күрһәгеҙ полицияға хәбәр итегеҙ, - тип кәңәш бирҙе Илшат Сибәғәт улы. Ул шулай уҡ йыйылыусыларға алкоголь продукцияһын законһыҙ һатҡан өсөн яңы штраф тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова пенсия йәшенә ҡағылышлы мөһим мәлдәр, яңылыҡтар тураһында һөйләне.

Йәлембәт ауылы халҡы Стәрлетамаҡ-Федоровка трассаһынан йөрөгән транспорт сараларының тиҙлек режимы тураһында мәсьәләне күтәрҙе.

- Нисек сәғәтенә 100-120 км килһәләр, тиҙлекте кәметмәйенсә ауылдан шулай осоп үтеп китәләр, - ти улар. - Ә уйлап ҡараһаң, урау юл да бар. Әммә водителдәрҙең күбеһе был турала белмәй, сөнки махсус билдәләр юҡ. Өҫтәүенә, унда асфальт түшәлмәгән.

Шулай уҡ ауыл халҡы ике урында «Малдарҙы юл аша сығарыу» тигән юл билдәһе ҡуйыуҙарын һораны.

Был көндө яңғыраған һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр контролгә алынды, ҡайғы берҙәре урында хәл ителде. Күреүебеҙсә, ауыл халҡының мәсьәләләре төрлө, әммә уларҙы бер нимә - төҙөкләндерелгән, хәүефһеҙ ауылдарҙа яҡшыраҡ йәшәү, сифатлы медицина ярҙамы алыу, эшләү һәм ваҡытында хеҙмәт хаҡы алыу теләге берләштерә. Шунда уҡ бөтә проблемаларҙы ла хәл итеп булмай, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса эш алып барыла ла инде.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: