Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 11:46

Үҙ эшенә сикһеҙ ғашиҡ лаборант

«Һәйбәт лаборант - алтынға тиң», - ти «Шишмә элеваторы» МТСы филиалы Стәрлебаш бүлексәһе идарасыһы Нияз Заһиҙуллин. Был һүҙҙәрҙе ул бүлексәнең техник-лаборанты Фәниә Мәхмүтова тураһында һөйләгәндә әйтте. Һәм ул, һис шикһеҙ, дөрөҫ. Уҙған йылда, нигеҙҙә, Фәниә Зөфәр ҡыҙының тәжрибәһе һәм белеме ярҙамында складтарҙа һаҡланған бер нисә мең тонна ашлыҡ күгәреүҙән, тимәк, юғалтыуҙан һаҡлап ҡалына.

- Ҡырҡ йылдан ашыу лаборант булдым, шуларҙың һуңғы йылдарында ҡатнаш аҙыҡ заводында (элек бүлексә шулай тип атала) эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым, - тип һөйләй Фәниә Зөфәр ҡыҙы. - Уҙған йылдың апрель айында ейәндәрем менән рәхәтләнеп аралашырмын тип уларҙы ҡунаҡҡа көтә инем. Көндәрҙең береһендә Нияз Фәрғәт улы эшкә саҡырып өйөбөҙгә килде. Тәүҙә баш тарттым, әммә уның ныҡышмалылығы арҡаһында бер генә ай эшләйем тип ризалаштым. Әммә, күреүегеҙсә, әле лә эштән туҡтаманым, - тип йылмая ул.

Шул ваҡытта предприятиела хәл-торош бик етди була. Юғары дымлылыҡтан ашлыҡ «яна» тиһәң дә була. Коллективҡа уңышты һаҡлап ҡалыу һәм хәлде яҡшыртыу өсөн тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләргә тура килә. Һәм бында Фәниә Зөфәр ҡыҙының һуңғы тиҫтәләрсә йылдарҙа алған тәжрибәһе, белеме һәм оҫталығы кәрәк була. Ашлыҡты АВМ аша үткәрәләр, бер урындан икенсе урынға махсус техника ярҙамында күсерәләр. Киптерелгән ашлыҡты заказсыларға ебәрәләр.

- Яңғыҙым ғына был эште атҡара алмаҫ инем, әлбиттә. Бөтә коллектив ярҙамлашты, ә ул беҙҙә татыу һәм берҙәм, - тип дауам итә әңгәмәсем, көнбағыштың һәр бөртөгөн тотоп ҡарап һәм уларҙы сорттарға бүлеп. Былары - һәйбәт, быныһы - өлгөрөп етмәгән, ә быныһы - иҙелгән, - тип аңлата. Төрлө ҡушылмаларҙы ла, сүптәрҙе лә айырым ала. Ошондай эшкә өйрәнгән етеҙ бармаҡтар тиҙ һәм ышаныслы эшләй. Шул арала эштәге ҡайһы бер үҙенсәлектәр менән уртаҡлаша: «Ашлыҡ сифатына бик күп факторҙар йоғонто яһай: уңыш ҡасан һәм ниндәй ысул, ниндәй һауа шарттарында, ниндәй технология буйынса йыйылған... Әгәр ул сүпле икән, ул «тын ала алмай», ә ул тын алырға тейеш, сөнки тере организм! Ашлыҡ араһында бушлыҡ булырға тейеш...».

- Беҙҙең эш еңел түгел, ти ул. - Уны эшен ихлас яратҡан кеше генә башҡара ала. Бына минең өҫтөмә ҡарағыҙ, ҡайһы бер кешеләрҙеке кеүек матур күлдәк тә, туфли ҙә түгел, ә - ҡалын, йылы куртка. Эйе, ауыр. Әммә барыбер эшемде, хатта туҙан һәм боҙола башлаған ашлыҡ еҫен дә яратам.

Минең аптыраулы ҡарашымды күреп: «Эйе, эйе, аптырамағыҙ» тип көлөп ебәрҙе.

Уның менән бергә эшләгән лаборант Фәнүзә Әхмәтова ла егәрле ҡатын. Уртаса буйлы, һылыу ханым да эшкә шәп һәм маһир. Ул ике бала әсәһе.

Инженер-технолог белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, ул 2014 йылда районға ҡайта. Тормай ауылында йәшәй. Өлкән ҡыҙын Первомайский балалар баҡсаһына биреп, эшкә сыға. Үҙе машинала йөрөй. Бәләкәй ҡыҙын әсәһе ҡараша. Тормош иптәше Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Фәниә Зөфәр ҡыҙы уның менән тәжрибәһе менән уртаҡлаша ла инде. Әйтергә кәрәк, йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, ике ҡатын үҙ-ара уртаҡ тел тапҡан. Ваҡытында Фәниә Зөфәр ҡыҙының да шундай уҡ аҡыллы остазы була.

- Лидия Астафьева - юғары класлы белгес, үҙ эшенең оҫтаһы, - хатта күпме йылдар үтһә лә уның күҙҙәрендә йылылыҡ, ә һүҙҙәрендә - өлкән коллегаһына ҡарата ихтирам һәм һоҡланыу сағыла. - Ул минең өсөн әсәй ҙә, әхирәт тә, остаз да булды, - ти Ф.Мәхмүтова. - Үҙе белгәндәрҙе миңә лә өйрәтте. Иҫ киткес ҡатын ине.

Ауыл хужалығы идаралығының продукцияны әҙерләү һәм уның сифаты буйынса элекке белгес, принципиаль, етди, талапсан, колхоз тарафынан тапшырылған продукция өсөн күңеле менән янып-көйгән Фәүзиә Сәғитованы ла ул йылы һүҙ менән телгә алды.

Һөйләшеү барышында Фәниә Зөфәр ҡыҙы эшкә үҙ машинаһында йөрөүе асыҡланды.

- ВАЗ-2107 машинаһында йөрөйөм, - ти ул. - 2011 йылда тәүге тапҡыр руль артына ултырғанда миңә ҡарағанда ирем күберәк тулҡынланды. - Эштән ҡайтҡан һайын өй эргәһендә ҡаршылай ине. Хәҙер өйрәнде.

Ваҡытында Эдуард Хәлиулла улы май заводында 34 йыл һыуыҡтыс ҡоролмалары машинисы булып эшләй, ә был - ошондай белгестәр өсөн өс хеҙмәт стажына тиң (эш зыянлы иҫәпләнә). Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Икеһе лә медицина юлын һайлай.

- Эш еңел булмаһа ла, күңел биреп эшләйбеҙ. Сөнки коллектив һәйбәт, ә етәксе талапсан ғына түгел, ғәҙел, иғтибарлы, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡлай. Бындай етәкселәрҙе йыш осратып булмай. Шуға күрә уны һәм башҡаларҙың ышанысын аҡларға тырышабыҙ, - тине ул һаубуллашҡанда.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: