Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 11:49

Бихисап яңы закондар тураһында фекер алышты ветерандар семинарҙа

Ветерандар - битараф булмаған һәм ҡыҙыҡһыныусан халыҡ. Улар бер эштән дә ситтә ҡалмай. Уларҙың ваҡыты ла, теләге лә бар, тимәк, төрлө сараларҙа ҡатнашырға, патриотик эш алып барырға, төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә кәрәк... Бер һүҙ менән әйткәндә, эш етерлек. Закондар ҙа көн дә тиерлек үҙгәрә һәм барыһы тураһында ла хәбәрҙар булырға кәрәк.

Тап ошо тема - закондарҙағы яңылыҡтар ветерандарҙың беренсел ойошмалары рәйестәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн үткәрелгән семинарҙа көн тәртибенә ҡуйылған төп тема булды. Ул күптән түгел район хакимиәтенең ултырыштар залында үтте. Уны райондың ветерандар советы рәйесе К.Х.Шарафетдинов алып барҙы. Сара ағымдағы йылда яҡты донъя менән хушлашҡан ветерандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алыуҙан башланды. Беренсе булып район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин һүҙ алды. Ул уҙған осорҙа районда башҡарылған эштәр: яңы һыу үткәргес селтәрҙәре, ике ҡатлы йорттарҙы шәхси газ йылытыуына күсереү, йорттарҙы төҙөкләндереү, Первомайский ауылы эргәһендә таҙартыу ҡоролмалары тураһында йыйылыусыларға ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тураһында яңы законға ентекле туҡталып үтте, уға ярашлы, 2019 йылда райондағы 52 сүплек (шуларҙың 31е эшләй) ябыласаҡ. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы төбәк операторы йыйып, Ишембай ҡалаһына илтәсәк һәм уны унда сорттарға бүлеп, үтилләштерәсәк.

- Ике ҡатлы муниципаль йорттарҙа йәшәүселәр һәм учреждениелар өсөн үҙгәрештәр юҡ. Улар күптән инде сүп сығарған өсөн түләй. Яңылыҡ шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә генә ҡағыласаҡ. Улар ҡапсыҡтарға йыйған сүп-сарҙы график буйынса махсус машиналар килеп аласаҡ. Уларҙың графигы халыҡҡа оҙаҡламай хәбәр ителәсәк. Сүп-сарҙы сығарыу хаҡы теүәл генә хәл ителмәгән. Законды үтәү барышында барлыҡҡа килгән барлыҡ һорауҙарҙы беҙ хәл итәсәкбеҙ, - тип билдәләне Ильяс Ғаяз улы.

Уның сығышы барышында йыйылыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Улар ауылдарҙа бик күп күләмдә булған органик ҡалдыҡтарҙы (тиреҫ), ҙур габаритлы һәм төҙөлөш сүп-сарын сығарыуға, нормативтар һәм уларҙы сығарыу хаҡына һ.б. ҡағылды. Ильяс Ғаяз улы уларҙың барыһына ла ентекле яуап бирҙе.

Семинар барышында шулай уҡ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге начальнигы Нәзир Сабитов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров, Күп функциялы үҙәк вәкиле Эльвира Атанғолова һәм «Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге бүлексәһе мөдире Зөлфиә Ғиниәтуллина сығыш яһаны.

Улар хеҙмәттәрендә башҡарылған эштәр, ветерандарға ҡағылышлы закондар, уларҙың тормошонда һәм сәләмәтлегендә улар нисек сағыласағы тураһында һөйләне. Йыйылыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтте, сығыш яһаусыларға көнүҙәк һорауҙар бирҙе.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова семинарға йомғаҡ яһаны. Ул ветерандарҙың республика пленумы йомғаҡтары, унда тикшерелгән мәсьәләләр һәм проблемалар, йәмғиәткә иң яҡшы йылдарын һәм сәләмәтлеген биргәндәр үҙҙәрен кәрәкле итеп хис итһен өсөн йыйылыусыларға нимәлер эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне. Барыһына ла сәләмәтлек һәм уңыштар теләне.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: